Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
16:35 (UTC+5), 29 Ноября 2023

Радий Хәбиров Алексеевканан Өфөгә күпер төҙөү өҫтөнлөклө бурыс булыуын билдәләне

Бөгөн «тура бәйләнеш» барышында Башҡортостан башлығына Алексеевка шоссеһында һәм Затон күперендә тығындар булыуына борсолған Ленин районы халҡы мөрәжәғәт итте. Атап әйткәндә, уларҙы Өфөнөң Төньяҡ өлөшөн Алексеевка менән тоташтырыусы күпер төҙөлөшө ҡыҙыҡһындыра. Радий Хәбиров, ысынлап та, бындай идея күптән бар ине һәм ул әле проектлау стадияһында, тип таныны.

«Беҙ хәҙер күпер төҙөү буйынса бик әүҙем диалог алып барабыҙ. Әлеге хәлдә ҙур федераль аҡсаға өмөт итә алмауыбыҙҙы барыһы ла аңларға тейеш. Ә был 20 миллиард һумдан кәм түгел. Шуға күрә беҙ шәхси компаниялар менән дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә күпер төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был - беҙҙең өсөн таныш тарих. Көнсығыш күперҙе беҙ дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә эшләйбеҙ, барыһы ла килеп сыға. Эйе, ниндәйҙер аҡса түләргә кәрәк. Әммә һәр хәлдә беҙ транспорт артерияһын эшләйәсәкбеҙ. Шуны әйтергә теләйем: был - өҫтөнлөклө бурыс, Интернациональ урам аша күпер беренсе урында тора. Унда уны эшләргә кәрәк, сөнки ул тотош ҙур биләмәне үҫтерәсәк», — тип яуапланы Радий Хәбиров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика