Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Болотло
Иҡтисад
25 Октябрь 2023, 09:10

Өфөлә IV «Еңел сәнәғәт» форумы асылды

Олег ЯровиковОлег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә IV «Еңел сәнәғәт» форумы үҙ эшен башланы. Быйыл унда Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан 80 компания һәм дизайнерҙар ҡатнаша.

Форум бер нисә тематик майҙансыҡҡа бүленгән, күргәҙмә майҙансығында дизайн, старт, фабрика, мода, бала саҡ, спорт, махсус кейем һәм сифат территориялары эшләй.

«Беҙ «Еңел сәнәғәт» форумын дүртенсе тапҡыр уҙғарабыҙ. Ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. Белоруссиянан, Үзбәкстандан һәм Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтарыбыҙҙы сәләмләйем. Башҡортостанға рәхим итегеҙ. Рәсәй төбәктәре вәкилдәрен дә сәләмләйем. Бөгөн беҙҙә Дағстандың ҡыҙыҡлы стенды бар. Рәсәйҙә һәм яҡшы күршеләребеҙҙә еңел сәнәғәттең нисек үҫешкәнен күреү мөмкинлеге булыр тип уйлайым.

Беҙ, ҡулланыусылар, Рәсәй етештереүселәре теккән кейем-һалымды рәхәтләнеп кейәбеҙ. Бөгөн дә еңел сәнәғәт предприятиелары етәкселәренә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Еңел сәнәғәт – тәү сиратта ҙур хеҙмәт. Тармаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә лә – оло рәхмәт һүҙҙәре. Уларҙың эше еңел түгел. Унда эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға беҙҙе кейендергәне, Башҡортостанда, Рәсәйҙә йәшәүселәр матур булһын тип тырышҡаны өсөн рәхмәт.

Бөгөн тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Башҡортостан тураһында әйткем килә. Республикабыҙҙың авиация двигателдәре, вертолеттар, нефть, нефть химияһы, газ химияһы ғына түгел икәнен беләбеҙ. Беҙ Башҡортостандың еңел сәнәғәт менән дә танылыу яулауын теләйбеҙ», - тине Башҡортостан Башлығы форумды асыу тантанаһында.

Республика властары еңел сәнәғәтте үҫтереүҙә ике йүнәлеш буйынса бара, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Башҡортостандың идара итеү командаһы исеменән шуны әйтергә теләйем: еңел сәнәғәтте үҫтереү һәм уға ярҙам итеү - дәүләттең мөһим бурыстарының береһе», - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе еңел сәнәғәт предприятиелары вәкилдәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне.

Радий Хәбиров «Рәсәй сифат системаһы» ойошмаһы етәксеһе Максим Протасов менән Башҡортостандың алдынғы етештереүселәре, дизайнерҙары һәм студенттарының кейем коллекцияларын да ҡараны.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-10-25/v-ufe-otkrylsya-iv-forum-legkoy-promyshlennosti-legprom-3492755

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас