

Өфөлә тауар бетоны һәм тимер-бетон изделиелар етештереү буйынса универсаль завод төҙөү мөмкинлеген ҡарайҙар. Был хаҡта социаль селтәрҙә баш ҡаланың Дим районы хакимиәте етәксеһе Антон Тарасов хәбәр итте.
Инвестор объектты төҙөү өсөн 141 миллион һум аҡса һалырға әҙер булыуы көтөлә. Антон Тарасов билдәләүенсә, завод 30-ға яҡын эш урыны булдырырға, өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә һәм райондың иҡтисади үҫешен нығытырға мөмкинлек бирергә тейеш.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Ҡаҙағстан инвесторының Башҡортостанда вагон эшләү заводын төҙөргә йыйыныуы тураһында ла хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.