Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Август 2023, 16:54

Республикала РАИП күләме 2024 йылда 30,9 миллиард һум тәшкил итәсәк

Башҡортостан хөкүмәте
Фото: Башҡортостан хөкүмәте

Башҡортостан Хөкүмәтендә бюджет инвестициялары буйынса эксперт советы ултырышы уҙҙы. Премьер-министр Андрей Назаров 2023 йылға Республика адреслы инвестиция программаһы күләменең 31,7 миллиард һум тәшкил итеүен иҫкә төшөрҙө. Был хаҡта «Башинформ»ға Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Аҡса милли проекттар объекттарын, шулай уҡ вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса сараларҙы өҫтәмә финанслауға, республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусын, Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөүгә, Өфөнөң 115-се гимназияһын реконструкциялауға йүнәлтелгән. Премьер-министр Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына Төҙөлөш министрлығы менән берлектә Өфөнөң 23-сө мәктәбен реконструкциялау өсөн заказсыны билдәләү буйынса килешелгән тәҡдим индерергә ҡушты. 2024 йылда Республика адреслы инвестиция программаһының күләме 30,9 миллиард һум тәшкил итә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-08-04/ob-em-raip-v-bashkirii-v-2024-godu-sostavit-30-9-milliardov-rubley-3372935

Читайте нас