Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
10:01 (UTC+5), 11 Июль 2023

Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе сәнәғәт сәйәсәте өлкәһендә төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтерә

Фото: Тимур Шәрипҡолов
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы һәм Свердловск өлкәһенең сәнәғәт һәм фән министрлығы дәүләт сәнәғәт сйәсәте өлкәһендә төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһында һөйләшеп килеште. Екатеринбургта «Иннопром-2023» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ошо хаҡта килешеү төҙөлдө.

«Республика Рәсәй төбәктәре менән тығыҙ бәйләнештә: күп предприятиелар берләшеп эшләй, хатта бер үк кластерҙарҙа ҡатнаша. Һамар өлкәһендә «АвтоВАЗ»да Башҡортостандың тиҫтәләгән предприятиеһы эшләй. Силәбе өлкәһе менән беҙҙе металлургия һәм тау сәнәғәте бәйләй. Татарстан — автомобилдәр эшләүҙә күптәнге партнер. Алыҫ Себер һәм Башҡортостан нефть һәм газ сығарыу өлкәһендә күп йыллыҡ партнер бәйләнештәре бар. Донецк Халыҡ Республикаһы менән станоктар төҙөү һәм еңел сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Хәҙерге ваҡытта мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү бик мөһим», — тип билдәләне республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры министры Александр Шельдяев. 

Документ уртаҡ инвестиция һәм инновация проекттарын булдырыуҙы, инвестициялар йәлеп итеү һәм дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү мәсьәләләрендә тәжрибә уртаҡлашыуҙы күҙ уңында тота. Төбәктәр сәнәғәт производствоһын диверсификациялау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-07-11/bashkiriya-i-sverdlovskaya-oblast-budut-razvivat-mezhregionalnye-svyazi-v-oblasti-prompolitiki-3335381

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика