Башҡортостан ҡунаҡтары Өфөлә Рәсәй Беларусь төбәктәренең унынсы юбилей форумын уҙғарыу кимәле менән ҡәнәғәт ҡалды.
«Валентина Ивановна Матвиенко һәм Наталья Ивановна Кочанова форумдың ойошторолоуына, республиканың нисек йәшәүенә хайран ҡалды. Минеңсә, был республикабыҙҙа иң ҙур һөм мөһим сара булды. Беларусь – беҙҙең өсөн мөһим стратегик партнер. Беҙ команда менән республикабыҙҙы күрһәтә алдыҡ», - тине Радий Хәбиров бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөлә Рәсәй – Беларусь форумының ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырыуын хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.