Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июнь 2023, 14:24

Өфөлә «Коминтерн» предприятиеһының тәүге фирма магазины асылды

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә Белоруссияның «Коминтерн» предприятиеһының тәүге фирма магазины асылды. Быйыл ғинуар айында Башҡортостан Башлығының Беларусь Республикаһына, компанияның тегеү фабрикаһына сәфәре ваҡытында ошо хаҡта килешелгәйне.

«Коминтерн» ир-егеттәр өсөн классик стилдәге костюмдар тегеүгә махсуслаша. Республика етәксеһе магазиндың ассортименты, компания продукцияһына хаҡтар менән танышты. Аралашыу ваҡытында Беларусь вәкилдәре үҙҙәренең компетенциялары һәм технологиялары менән уртаҡлашырға әҙер булыуын билдәләне.

«Был хәҙерге шарттарҙа тиҙ генә эшләп, проекттарҙы бойомға ашырыу мөмкин икәнен күрһәтә. Бер нисә ай элек предприятиеға сәфәребеҙ барышында Башҡортостанда магазин асырға тәҡдим иткәйнек. Шәп проект килеп сыҡты. Беларусь менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙ йәһәтенән ошондай миҫалдар күберәк булырға тейеш. Эшегеҙгә уңайлы шарттар булдырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ. Уңышлы һатыуҙар теләйем. Хәйерле сәғәттә», - тине Радий Хәбиров магазинды асыу тантанаһында.

Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко Башҡортостан Башлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

«Бөгөн Башҡортостанда, Өфөлә «Коминтерн» компанияһының Рәсәйҙәге тәүге фирма магазины асыла. Был үҙенә күрә бер үҫеш. Предприятиелар араһында хеҙмәттәшлек киңәйә. Алда беҙҙе ҙур эш көтә»,  — тине Иван Крупко.

Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьев билдәләүенсә, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында бында Белоруссия тауарҙары магазинын күреү бик ҡыуаныслы.

Башҡортостан менән Беларусь араһында уңышлы хеҙмәттәшлек тураһында тулыраҡ беҙҙең материалда уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-06-27/v-ufe-otkrylsya-pervyy-firmennyy-magazin-belorusskogo-predpriyatiya-komintern-3316932

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас