

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында Баймаҡта сәғәтенә 160 тонна етештереүсәнлеккә эйә яңы асфальт-бетон заводын монтажлау тураһында хәбәр итте.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, заманса завод Урал аръяғын юлдар һалыу һәм ремонтлау өсөн юғары сифатлы асфальт менән тәьмин итергә тейеш.
«Заводты төп объекттарҙың береһе — Сибай - Аҡъяр трассаһы өсөн сафҡа индерәбеҙ. Ул халыҡты айырыуса борсоған юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса яңы республика программаһына инде. Ике йыл эсендә бында 60,5 саҡрымлыҡ участканы йүнәтербеҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2023 йылдың майында Башҡортостанда халыҡ йыш зарланған юлдарҙы ремонтлау буйынса яңы төбәк программаһы башланды. Ул муниципалитеттарҙағы емерек юлдарҙы тергеҙеү мәсьәләһен хәл итергә тейеш.


© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.