Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Март 2023, 11:16

Өфө районында «Зубов» технопаркы төҙөлә

Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республиканың, эшҡыуарҙар өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу, инвестиция һәм сәнәғәт ҡеүәтен үҫтереү хаҡында һөйләне.

Шул йәһәттән бөгөн Өфө районында төҙөлә башлаған «Зубов» технопаркы ыңғай миҫал булып тора, 10,5 мең квадрат метр майҙанда корпус нигеҙенә тәүге свайҙар ҡағылды. Технопарк майҙанында ошондай ике бина, 2,9 мең квадрат метрлыҡ административ-көнкүреш корпусы планлаштырылған.

«Был иһә беҙҙең инвестиция сәғәтендә тикшерелгән өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе. Уның хаҡы – 1,4 миллиард, үҙебеҙҙең яҡтан инженер инфраструктураһы – юл, йылылыҡ, һыу, электр уты менән ярҙам итербеҙ. Технопарктың потенциаль резиденттары пулын булдырҙыҡ. Улар иҫәбендә – «Өфө компрессор заводы» һәм «Геомеханика» фәнни-техник үҙәге. Беренсе этапта технопаркта 160 эш урыны асыу күҙалллана, яҡшы үҫеш перспективаһы бар. Яңы майҙансыҡ Өфөнән алыҫ түгел, уңайлы урында урынлашҡан», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы республиканың төрлө райондарында 12 индустриаль парк һәм 18 технопарк теркәлгәнен хәтергә төшөрҙө. Ошо майҙансыҡтарҙа 30,1 мең эш урыны булдырылған, 168 резидент теркәлгән. Уларҙың инвестицияларының дөйөм күләме 45 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

«Сәнәғәт предприятиеларын үҙҙәренең инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға саҡырабыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Читайте нас: