Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
-2 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Декабрь 2022, 14:38

Башҡортостанда помидор һәм ҡыяр үҫтереү комплексы төҙөлә

Башҡортостан хөкүмәте
Фото:Башҡортостан хөкүмәте

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы «Бәләбәй» сауҙа комплексы» йәмғиәтен «Бәләбәй» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Компания Бәләбәйҙә помидор һәм ҡыяр үҫтереү буйынса теплица комплексы төҙөлөшөнә 350 миллион һумдан ашыу инвестиция һалырға ниәтләй. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Комплекстың майҙаны – 1 гектарға яҡын. Теплица хужалығының йыллыҡ проект ҡеүәте – 2 200 тонна продукция. 2026 йылда ошо ҡеүәткә сығыу, 24 эш урыны булдырыу күҙаллана.

Бөгөнгә Башҡортостанда 126 компания йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын алған. Инвесторҙар төбәк иҡтисадына 7 миллиард һум самаһы аҡса һалған һәм 4,8 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырған.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-12-27/v-bashkirii-postroyat-kompleks-po-vyraschivaniyu-tomatov-i-ogurtsov-3087662

Автор:Роман Якимчук
Читайте нас: