Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
-1 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Декабрь 2022, 13:22

Өфөгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығына егерменән ашыу илдән меңгә яҡын ҡунаҡ килеүе көтөлә

14-16 декабрҙә Өфөлә власть, бизнес вәкилдәрен, эксперттарҙы берләштергән иҡтисади форум ойошторола. Улар халыҡ-ара кооперация, экспорт, инвестициялар үҫеше, иң яҡшы бизнес-практикалар мәсьәләләрен тикшерә.

Эшлекле форум 2007 йылдан алып уҙғарыла, ул саҡта донъяның 9 иленән һәм Рәсәйҙең 20 төбәгенән 1,5 мең ҡатнашыусы йыйылды. 15-се Халыҡ-ара бизнес аҙналығында 3 меңгә яҡын ҡунаҡ, 20-нән ашыу илдең вәкилдәре ҡатнашыуын раҫланы.

Форумда 50-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана, 55 фекер алышыу майҙансығы ойошторола, унда федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге 500-ҙән ашыу спикер сығыш яһарға йыйына. Ҡатнашыусылар Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең валютаһын булдырыу мөмкинлектәрен тикшерә, «Салауатбыяла» предприятиеһында табаҡлы быяла сығарыу линияһын асыу һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар көтөлә. Форумдың сайтында трансляция ойошторола. 

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-12-09/na-mezhdunarodnuyu-nedelyu-biznesa-v-ufu-priedut-tysyachi-gostey-iz-bolee-dvuh-desyatkov-stran-3063158

Читайте нас: