Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты.
«Нефть, газ һәм яғыулыҡ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө – Башҡортостан өсөн төп байрамдарҙың береһе. 90 йыл элек Ишембай районында нефть ятҡылығы асылғас, илебеҙҙең яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереүҙә «Башҡортостан» этабы башланды. Һөнәри байрам алдынан ветерандарыбыҙға оло рәхмәтемде һәм тәрән ихтирамымды белдерәм. Һеҙ республикабыҙҙың төп байлығын булдырҙығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – «Башнефть» – республикабыҙҙың көслө, төп партнеры, беҙ уның менән ышаныслы һәм конструктив мөнәсәбәт ҡорғанбыҙ. Компания республикала төп һалым түләүсе булып тора».
Башҡортостан Башлығы «Башнефть» компанияһының фәнни-техник ҡаҙаныштарын да билдәләне һәм уның социаль программаһының һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
«Һуңғы биш йылда компания күрһәткән хәйриә ярҙамының дөйөм күләме 18 миллиард һумға етте, – тине Радий Хәбиров. – Был тиҫтәләрсә дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары тигән һүҙ. Бының өсөн оло рәхмәт! «Роснефть» компанияһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Беҙҙең тығыҙ хеҙмәттәшлек киләсәктә лә дауам итер тип ышанам».
Радий Хәбиров «Башнефть» компанияһының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.