Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.56
0
95.48
0
65.82
+0.32
14+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Февраль 2022, 11:20

Башҡортостанда «Көнбайыш экспресы» Өфөнән Приютҡа тәүге рейсҡа юлланды

31 ғинуарҙа киске сәғәт 7 тула 2 минутта Өфөнөң тимер юл вокзалынан «Көнбайыш экспресы» тәүге рейсҡа юлланды. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһын Бәләбәй районының Приют ҡасабаһы менән тоташтыра.

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов
Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

Проектты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев ҡатнашты.

«Көнбайыш экспресы» ҡуҙғалыр алдынан Радий Хәбиров һәм Вячеслав Дмитриев поезд машинисы Алена Миронова менән аралашты. Ҡыҙ – Рәсәй тимер юлдары асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҡала яны хәрәкәтендә тәүге ҡатын-ҡыҙ машинист.

Алена һөйләүенсә, бер йыл элек ул машинист ярҙамсыһы булып эшләй башлаған, ошо вазифала ла беренсе ҡатын-ҡыҙ булған.

Ҡыҙ Өфө тимер юл транспорты колледжын тамамлаған, һуңынан Екатеринбургта электр поезы ярҙамсыһына уҡыған. 2021 йылда Мәскәүҙә «Рәсәй тимер юлдары» һөнәри квалификациялар үҙәгенең Лихоборск бүлексәһендә белемен камиллаштырған. «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Антон Гармаш һүҙҙәренсә, дүрт вагонлы заманса электр поезында 361 урын. Юлға 2 сәғәт 58 минут ваҡыт китә.

Поезд юлда Дим, Шишмә-1, Дәүләкән, Раевка, Шафран, Аксаков станцияларында туҡтай.

Приют ҡасабаһына тиклем билет хаҡы – 466 һум, федераль һәм төбәк льготалары ғәмәлдә, шул иҫәптән уҡыусылар һәм студенттар өсөн.

«Беҙ Рәсәй тимер юлдарынан коллегаларыбыҙға һөҙөмтәле үҙ-ара эш иткәне өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Хәтерләүегеҙсә, «Көньяҡ экспрес»ты башта Күмертауға ебәрҙек, ә һуңынан уны Ырымбурға тиклем оҙайттыҡ. Хәҙер иһә пассажирҙар уңайлы электр поезында Приюттан, Раевканан, Дәүләкәндән һәм Шишмәнән Өфөгә барып ҡайтырға мөмкин. Киләсәктә көнсығыш йүнәлешендә лә ошондай уҡ уңайлы һәм тиҙ йөрөшлө пассажирҙар хәрәкәтен ойоштороу планы бар.
Был поезға Рәсәй тимер юлдарында беренсе пассажирҙар хәрәкәте ҡатын-ҡыҙ-машинисы идара итеүе бөгөн тағы ла бер әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Ошо уңайҙан яҡташыбыҙ Алена Миронованы ҡотлайбыҙ. Уға хәйерле юл теләйбеҙ», – тине Радий Хәбиров тәүге рейсты асыу тантанаһында.

Поезд машинисы Алена Миронова республика етәксеһенә һәм Куйбышев тимер юлы начальнигына изге теләктәре өсөн рәхмәт әйтте.

«Беренсе булыу – минең өсөн оло хөрмәт. Валентина Терешкованың хис-тойғоларын кисерәм, ныҡ тулҡынланам, һүҙҙәр менән әйтеп биреү мөмкин түгел. Мин барлыҡ өмөттәрҙе аҡлармын», – тине Алена Миронова.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-01-31/v-bashkirii-v-pervyy-reys-iz-ufy-v-priyutovo-otpravilsya-zapadnyy-ekspress-2675029

 

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: