Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ғинуар 2022, 14:10

Республикала быйыл хеҙмәт мигранттары ағымының тергеҙелеүе көтөлә

Быйыл 22 мең самаһы сит ил эшсеһе хеҙмәт эшмәкәрлегенә патент алыуы мөмкин.

Башҡортостан Хөкүмәте 2022-2025 йылдарға Миграция сәйәсәте концепцияһын раҫланы.

Документҡа ярашлы, алыҫ сит илдәрҙән тағы ла күберәк эшселәр йәлеп итеү планлаштырыла (ҡағиҙә булараҡ, улар юғары квалификациялы белгестәр). Быйыл 300-ҙән алып 2025 йылға 360 кешегә тиклем.

Квалификациялы белгестәрҙең өлөшө 90% кәм булмаҫҡа тейеш. 2024-25 йылдарҙа 26 мең кешегә патент алыу өсөн шарттар булдырыу бурысы ҡуйылды.

Алдан хәбәр ителгәнсә, сит ил эшселәренең хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн патенттың уртаса хаҡы ағымдағы йылға 4,4 мең һум күләмендә билдәләнде. Әгәр 22 мең кеше патент алһа, дәүләт ҡаҙнаһына 96,8 миллион һум аҡса күсә.

2020 йылда — пандемия осоронда Башҡортостанға хеҙмәт мигранттары ағымы ҡырҡа кәмегән — 10,6 мең кеше, 2019 йылғы кимәлдән 60% аҙыраҡ. 2021 йылдың ғинуар-сентябрендә республикала рәсми эшкә урынлашҡан мигранттар 15 меңгә еткән, уларҙың 14,7 меңе патент алған, тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт министрлығында. Хеҙмәт мигранттары башлыса төҙөлөш һәм ауыл хужалығы өлкәһенә йәлеп ителгән.

2021 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтарына ҡарағанда, статистика миграцияның ыңғай сальдоһын теркәгән. Республикала халыҡ-ара миграция үҫеше 2021 йылдың ғинуар-сентябрендә  5,2 меңдән ашыу кеше тәшкил иткән. Был республиканың дөйөм миграция үҫешендә лә сағылыш тапҡан, ул 4,3 мең кешегә еткән.

Миграция ағымында республиканан ситкә уҡырға киткән һәм ситтән килгән студенттар ҙа ҙур роль уйнай.

2021 йылда Өфөнөң юғары уҡыу йорттарында 5 мең сит ил студенты иҫәпләнде. Евразия ғилми-белем биреү үҙәген ойоштороуға бәйле 2030 йылда уларҙың 15 меңгә етеүе көтөлә. Хәҙер баш ҡаланың юғары уҡыу йорттары сит ил студенттарында йылына яҡынса 400 миллион һум «аҡса эшләй».

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-01-28/v-bashkirii-v-tekuschem-godu-zhdut-vosstanovleniya-pritoka-trudovyh-migrantov-2671884

Читайте нас: