Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Ғинуар 2022, 11:10

Рәсәйҙә 100 һумлыҡ яңы аҡса сығарыла

Яңыртылған купюраны Рәсәй банкы киләһе айҙарҙа йәки хатта аҙналарҙа уҡ күрһәтеүе мөмкин.

Был турала Рәсәй банкы рәйесе урынбаҫары Михаил Алексеев хәбәр итте.

«Бик тиҙҙән, киләһе айҙарҙа, бәлки аҙналарҙа уҡ ошондай мөһим ваҡиға булыр  тип уйлайым, яңы аҡсаны матбуғат конференцияһында күрһәтерҙәр», — тип Үҙәк банк рәйесе урынбаҫарының һүҙҙәрен килтерҙе ТАСС.

Бынан алда банктың 2025 йылға тиклем бер нисә банкнотаны яңыртырға йыйыныуы билдәле булды. 2022 йылда яңыртылған 100 һумлыҡ купюраны әйләнешкә сығарыу күҙаллана.

100 һумдан тыш, биш номинал банкноталары яңыртыла. Яңы 1000 һәм 5000 һумлыҡ — 2023 йылда, 500 һумлыҡ — 2024 йылда, 10 һәм 50 һумлыҡтар 2025 йылда әйләнешкә сыға.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-01-21/v-rossii-poyavitsya-novaya-banknota-v-100-rubley-2662798

Читайте нас: