Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2021, 17:17

Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияға юллана

7-9 декабрҙә Башҡортостандың рәсми делегацияһы Белоруссияға юллана. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

Станислав Шахов
Фото:Станислав Шахов
«Беҙҙе бай программа көтә. Белоруссия — мөһим иҡтисади партнерыбыҙ, машиналар һәм станоктар эшләү, ауыл хужалығы өлкәләрендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙгә фекер алышаһы, бәйләнештәрҙе нығытаһы бар», — тине төбәк Башлығы.

Сәфәрҙә республиканың 40-тан ашыу компанияһы вәкилдәре ҡатнаша. Улар араһында — Башҡортостан сода компанияһы,  «Башхим», Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы, «Салаватстекло», «Башинформсвязь», «Стеклонит», «Искож».

Башҡортостан эшҡыуарҙары Белоруссиялағы хеҙмәттәштәре менән ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе, Башҡортостан Республикаһына Белоруссияла етештерелгән ауыл хужалығы техникаһын килтереү мөмкинлектәрен, күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуҙы һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте тикшерә. Эшлекле делегация вәкилдәре Белоруссия компаниялары менән b2b форматында һөйләшеүҙәр үткәрергә йыйына.

7 декабрҙә эшлекле даирәләр Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу эшендә ҡатнаша.

Белешмә

2020 йыл йомғаҡтары буйынса Белоруссия Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 7,0% өлөш менән дүртенсе урынды биләй. 2021 йылдың ғинуар-сентябрендә тышҡы сауҙа әйләнеше — 217,2 миллион доллар, экспорт — 134,7 миллион доллар, импорт 82,5 миллион доллар тәшкил иткән.

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: