Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Сентябрь 2021, 17:20

Радий Хәбиров: Тәбиғи газды шыйыҡландырыу комплексы төҙөлөшөн 2022 йылда башларға кәрәк

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Бөгөн Өфөлә «Газпром» йәмғиәтенең республика биләмәһендә эшләгән ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышы булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ултырыштың Газ һәм нефть сәнәғәте көнө алдынан уҙыуын билдәләп, «Газпром» йәмғиәте предприятиеларына һөҙөмтәле хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика иҡтисады яйлап тергеҙелә, тип билдәләне республика етәксеһе. Сәнәғәттә үҫеш — 3,5%. Ете айҙа торлаҡты сафҡа индереү уҙған йыл менән сағыштырғанда 21,2% артҡан. Халыҡтың һатып алыу ихтыяжы арта.
«Эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы эш хаҡын билдәләй. Шуныһы мөһим: «Газпром» предприятиелары ла үҙҙәренең эшселәренә ярайһы уҡ юғары хеҙмәт хаҡын һаҡлап ҡала. «Газпром»дың республикабыҙҙа күләмле инфраструктура һәм инновацион проекттарын әүҙем үҫтереүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Фәнни эшләнмәләр, белгестәр әҙерләү йәһәтенән республика вуздары менән корпоратив бәйләнештәрҙе нығыта. Компанияның структура бүлексәләре иҡтисадты декарбонизациялау йәһәтенән климат повесткаһы сараларын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша», — тине Радий Хабиров.
Карбон полигондарын асыу мәсьәләһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың август башында Башҡортостанға эш сәфәре барышында тикшерелде, тип иҫкә төшөрҙө ул.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, «Газпром» төркөмө юғары технологиялы продукция етештереүселәр менән кооперацияны киңәйтә.
Газ үткәреү программаһы буйынса «Газпром» йәмғиәте 2025 йылға тиклем Башҡортостандың 164 ауылында урынлашҡан 25 мең йортто газ менән менән тәьмин итергә ниәтләй.
Ултырышта ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡ районында «Салауат-4» газ бүлеү станцияһында тәбиғи газды шыйыҡландырыу буйынса аҙ тоннажлы комплекс инвестиция проектын бойомға ашырыу мәсьәләһен ҡараны. «Газпром СПГ технологиялар» йәмғиәтенең генераль директоры Константин Белоусов альтернатив яғыулыҡтың иҡтисадта ла, экологияла ла киләсәге булыуын билдәләне. Проект уны транспорт өлкәһендә генә түгел, алыҫта урынлашҡан ауылдарға газ үткәреү өсөн ҡулланырға мөмкинлек бирергә тейеш. Инвестицияларҙың дөйөм күләме — 1,9 миллиард һум. Шыйыҡландырылған тәбиғи газды республика предприятиеларының йөк машинаһы һәм тимер юл транспортында мотор яғыулығы булараҡ ҡулланыу күҙаллана.
«Мөһим һәм кәрәкле проект. 2022 йылда комплекс төҙөй башлау өсөн йыл аҙағына тиклем ағымдағы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
https://www.bashinform.ru/news/1639139-radiy-khabirov-stroitelstvo-kompleksa-po-szhizheniyu-prirodnogo-gaza-nado-nachat-v-2022-godu/
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: