12:37 (UTC+5), 16 Марта 2021

Шәхси эшҡыуар Өфө автобустарында юл хаҡын арттырыуҙың сәбәбен әйтте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Вероника Ниғмәтуллина
Өфөлә 5 апрелдән 15 автобуста юл хаҡы арта. Был турала пассажирҙар ташыу буйынса оператор – шәхси эшҡыуар Фәнис Батыровҡа һылтанма менән Өфө хакимиәте хәбәр итте.
Хәҙер ҡулаҡса йәки банк картаһы менән иҫәпләшкәндә юл хаҡы 30 һум була, ҡайһы бер маршруттарҙа «Алға» картаһы менән түләгәндә ташлама ҡаралған.
Фәнис Батыров әйтеүенсә, юл хаҡын арттырыу хеҙмәтте күрһәтеүҙең үҙҡиммәте артыуы менән аңлатыла.
«Быны хаҡтарҙы көйләү тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр. Ул яғыулыҡҡа һәм дәүләт ташыусыһы яғынан юл хаҡының артыуына бәйле», — тине Фәнис Батыров.
Өфө хакимиәтендә белдереүҙәренсә, йәмәғәт транспортында юл хаҡы буйынса ҡарарҙы ташыусылар үҙҙәре ҡабул итә. Улар был хаҡта ҡалаға 30 көн алдан хәбәр итергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика