08:08 (UTC+5), 19 Мая 2020

Республикала Апимондияның 47-се конгресына әҙерлек дауам итә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһының 47-се конгресын һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен уҙғарыуға әҙерлек дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, улар 2021 йылда республика биләмәһендә үтергә тейеш. Апимондия башҡарма комитеты ултырышында видеоконференция форматында бөтә донъя форумына әҙерлек буйынса эш мәсьәләләре ҡаралды.
Умартасылар федерацияһы етәкселеге Рәсәй яғынан виза һәм таможня мәсьәләләре буйынса ярҙам күрһәтеүҙең, күберәк ҡатнашыусылар йәлеп итеү өсөн илдә һәм унан ситтә Апимондия конгресын танытыуҙың мөһимлеген билдәләне.
Рәсәй умартасылары өсөн теркәү взностары мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүленде. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов Апимондия етәкселегенә Рәсәй умартасыларына льготалы ҡатнашыу хаҡын билдәләү мөмкинлеген ҡарау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Апимондия етәкселеге әлегә был тәҡдимде хупланы һәм тиҙҙән Рәсәй яғы Апимондияға рәсми һорау ебәрә.
Башҡарма комитеттың киләһе ултырышы 6 июнгә тәғәйенләнгән, унда 2021 йылдың сентябрендә Өфөлә үтергә тейешле конгрестың ғилми программаһын әҙерләү тураһында фекер алышыу күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Апимондия барышында донъя умартасыларының Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә, аграр университеттың Еләкле ауылындағы тәжрибә умарталығына, Иглин районында планлаштырылған бал ауылына, Архангел, Шишмә һәм Ишембай райондарындағы тоҡомло ҡорттар умарталығына, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына һәм «Башҡортостан» милли паркына барыу мөмкинлеге бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика