

«Был күптән улай түгел. Беҙҙең малсылыҡты алып ҡарағыҙ, хәҙер беҙ индустриаль фермалар төҙөйбөҙ, аҡыллы, белемле белгестәр кәрәк. Әбйәлил районындағы тәүге роботлаштырылған ферманы алғанда ла, унда малдарҙы ашатыуҙан башлап һыйыр һауыуға, тиҙәктән таҙартыуға тиклем бөтә эштәр менән роботтар шөғөлләнә. Процестарға компьютер алдында ултырған белгес идара итә. Был — заманса производство, бында хатта алдағы биш йылға Силәбе өлкәһенең һөт заводы менән һөткә килешеү төҙөлгән дә инде», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.Уның әйтеүенсә, бөгөн ауыл хужалығында тиҫтә йылдарға план төҙөлгән һәм күп кенә тармаҡ программалары 2030 йылға тиклем ҡабул ителгән. Ризыҡ менән етештереүсенән туранан-тура сауҙа иткән интернет-майҙансыҡтарҙы үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Дөйөм алғанда, агросәнәғәт комплексында, башҡа тармаҡтарҙан айырмалы рәүештә, бөгөн студенттар һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар үҙҙәренең белемдәрен ҡуллана алырлыҡ буш өлкәләр бар.
«Республикабыҙҙа ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә һәйбәт социаль ярҙам күрһәтәбеҙ. Аграр юғары уҡыу йорттарын тамамлағандарға 500 мең һум аҡса түләнә», — тине вице-премьер.Ауылға күсеп ҡайтырға теләгәндәргә һәм ауыл хужалығы предприятиеһында эшләп йөрөгән торлаҡҡа мохтаж ауыл кешеләренә дәүләт торлаҡ хаҡынан 70 процентҡа тиклемен түләй ала, сумма 1,5 миллион һумға тиклем тәшкил итергә мөмкин. Ошо уҡ район үҙәктәрендә хәҙер бассейндар һәм физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлә. Аграр ведомство башлығы фекеренсә, бөгөн ауыл – ҙур мөмкинлектәр биләмәһе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.