Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Сентябрь 2019, 16:17
Башҡортостан халыҡтың коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өлөшө буйынса төбәктәр араһында 10-сы урынды алды
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Халыҡтың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өлөшө буйынса төбәктәр рейтингында Башҡортостан 10-сы урынды биләй, тип хәбәр итә Росстат мәғлүмәттәренә таянып ил төбәктәре рейтингын төҙөгән РИА Новости.
2018 йылда Башҡортостанда бер ғаиләгә айлыҡ түләүҙең уртаса суммаһы 3430 һум тәшкил итте. Ғаилә сығымдары өлөшөндә ул 7,8% булды.
Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес 9,6% тиң, был 4385 һум күләмендәге түләүгә тап килә. Илдә коммуналь хеҙмәттәр өсөн иң аҙ сумманы Дағстанда һәм Ингушетияла йәшәүселәр тотона — 5% кәмерәк. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн иң күбен Камчаткала һәм Колымала йәшәүселәр түләй — 14%.
http://www.bashinform.ru/news/1354356-bashkiriya-zanyala-10-mesto-sredi-regionov-po-dole-raskhodov-naseleniya-na-kommunalnye-uslugi/
Теги:
торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр
рейтинг
коммуналь хеҙмәттәр
Читайте нас: