03:30 (UTC+5), 30 Июля 2019

Башҡортостан власы күп фатирлы йорттарға ер бүлеү законлылығын тикшерҙе

glavarb.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, /.Күп фатирлы йорттар төҙөүгә ер участкаларын бүлеү законлылығын төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү кәңәшмәһендә тикшерҙеләр. Уны Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәрҙе. Республика алданған өлөшсөләр һаны буйынса Волга буйы федераль округында «лидер» һәм уның нисек шулай килеп сығыуын асыҡларға кәрәк, тине төбәк етәксеһе.
«Һуңғы йылдарҙа «үҙебеҙҙең» тип аталған төҙөүселәрҙең, законды урап, ер участкаларын бушлайға тиерлек алған осраҡтары булған. Ел һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һәм уның ҡарамағындағы учреждениелар ошо схема буйынса эшләгән һәм ҙур ер участкаларын тартып алған. Артабан рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө күп фатирлы йорт төҙөлөшөнә үҙгәртелгән. Ерҙең хаҡы унлата күтәрелгән, ә муниципалитеттар бынан бер нимә алмаған. Бындай осраҡтар айырыуса Өфөлә асыҡланған. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары ошондай күренештәрҙе тикшереү менән шөғөлләнә», - тип аңлатты ул.
Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы әйтеүенсә, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының өлөшләтә төҙөлөштө контролдә тотоу бүлеге төҙөүселәрҙең һәм проект декларацияларының федераль ҡануниәт талаптарына тап килеүенә 86 ғаризаны ҡараған. «Был әле яңы федераль закон сиктәрендә яңы алданған өлөшсөләр барлыҡҡа килеү осрағын иҫкәртә алыуыбыҙ хаҡында һөйләй», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ яңы торлаҡ комплекстарында социаль инфраструктура булмау мәсьәләһенә ҡағылды: «Торлаҡ төҙөлөшө, айырыуса Өфө тураһында һүҙ алып барғанда, йорттар ғына түгел, социаль инфраструктура төҙөлөшө лә алып барылырға тейеш ярайһы маржиналь бизнес булып тороуын беҙ яҡшы аңлайбыҙ.
Бөгөнгө көнгә Өфөлә 44 төҙөлгән биләмәләрҙе үҫтереү тураһында һәм дүрт торлаҡ төҙөлөшө өсөн биләмәләрҙе комплекслы үҙләштереү хаҡында килешеү ғәмәлдә. Уларҙың бөтәһендә лә инженер, социаль һәм коммуналь-көнкүреш инфраструктура объекттары төҙөлөшө һалынған. Ләкин был йөкләмә аҙым һайын боҙола.
Йыш ҡына Өфө хакимиәте килешеүҙең мотлаҡ үтәлешен талап итеү урынына бындай хәлгә күҙ йомған. Төҙөүсе аҡса йыйған, килем иҫәпләгән һәм киткән. Ә республика үҙ иҫәбенә мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт майҙансыҡтары, поликлиникалар төҙөргә мәжбүр булған».
Өфө хакимиәте быйыл биләмәләрҙе үҫтереүгә килешеүҙәр буйынса түләү хаҡын ҡайтарыу тураһында 1,2 миллиард һумға яҡын 14 дәғүә биргән. Дәғүәләрҙең 800 миллион һумға тиерлеге ҡәнәғәтләндерелгән. «Ошо аҡсаларҙың ҡайҙа булыуын, ҡайтарылғанмы икәнлеген аңларға кәрәк. Йыйылмала айырма ҙур ғына – 400 миллион һум. Һорау килеп тыуа: ни өсөн өҫтәмә йөкләмәләре булған төҙөүселәрҙе мәжбүр итеү тураһында дәғүә ғаризалары юҡ?».
Радий Хәбиров миҫалға Өфө районын килтерҙе. Бында төҙөүсенең бурысын әҙерләгәндә бөтә социаль инфраструктура һалыу мәсьәләләре аныҡ рәүештә әйтелә.
«Беҙ хәҙер алданған өлөшсөләр менән бәйле байтаҡ мәсьәләләрҙе өйрәнәбеҙ. Шуға Иглин районында баҫыуҙа бер ниндәй коммуникацияһыҙ йорттар һалып, һуңынан уны халыҡҡа һатыу кеүек осраҡтар тураһында һөйләп тормайым. Минең ҡарашҡа, бында тулыһынса законды боҙоу осрағы. Йәнә ҡабатлап үтәм, халыҡ, алданған өлөшсөләр алдында бөтә йөкләмәләрҙе үтәрбеҙ. Дәүләт структуралары, яуаплы өлөшсөләр көсө менән башҡарырбыҙ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика