Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Июнь 2019, 13:27

Өфөнөң Затон биҫтәһендә ҙур ауыл хужалығы продукцияһын бүлеү үҙәге төҙөлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Затон баҙары биләмәһендә майҙаны 10 мең квадрат метрлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек бүлеү үҙәге төҙөлә. «Евразия Сауҙа альянсы» компаниялар төркөмө етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов Хөкүмәттәге «Инвестиция сәғәте»ндә төҙөлөш пландары хаҡында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, үҙәк 30 мең тоннаға тиклем ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш.
Инвестицияларҙың дөйөм күләме — 590 миллион һум самаһы. Әлеге ваҡытта объектта төҙөлөш эштәренә әҙерлек алып барыла.
Вице-премьер — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов яңы комплекстың урындағы тауар етештереүселәрҙең конкуренцияһына булышлыҡ итәсәген һәм ауыл хужалығы продукцияһына арзан хаҡтарҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәген билдәләне.
Бүлеү үҙәген төҙөү проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән. Дәүләт ярҙамының суммаһы — 93 миллион һум. Һалым буйынса льготалар, ҡорамал һатып алыуға сығым өлөшөн субсидиялау, инфраструктура үткәреү ҡаралған.
Читайте нас: