10:33 (UTC+5), 16 Май 2019

Башҡортостан һәм Новгород өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Өфөлә Башҡортостан һәм Новгород өлкәһе хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документтарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Новгород өлкәһе губернаторы Андрей Никитин ҡул ҡуйҙы. Бынан тыш, ике төбәктең предприятиелары, сауҙа-сәнәғәт палаталары, Башҡорт дәүләт университеты һәм Ярослав Мудрый исемендәге Новгород университеты араһында бер нисә килешеү төҙөлдө.
Андрей Никитин «Башинформ» агентлығының хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында һорауына яуап биреп, юғары технологиялы предприятиеларҙың үҙ-ара әүҙем эш итеүен, төбәктәр алдында торған социаль-иҡтисади бурыстарҙы хәл итеү буйынса тәжрибә алмашыу алып барылыуын, мәғариф һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса пландар булыуын белдерҙе.
«Мин туғыҙ йыл буйына Роскомпозит төркөмөнөң «Стеклонит» заводы етәкселәренең береһе булдым һәм 2000 йылдарҙа аҙна һайын Өфөгә килә торғайным. Уның ниндәй көслө, сағыу һәм матур республика икәнен ишетеп кенә белмәйем. Бөгөн Өфөлә Дәүләт советының социаль сәйәсәт буйынса эшсе төркөмөнөң күсмә ултырышын үткәрәбеҙ. Республиканың демографияға булышлыҡ итеү тәжрибәһен ил кимәлендә таратыу мөһим», — тип билдәләне Новгород өлкәһе губернаторы.
Демография темаһы бөтә төбәктәр өсөн дә көнүҙәк, тип иҫәпләй Андрей Никитин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ғаиләлә балалар ни тиклем күп, уларҙы матди яҡтан тәьмин итеү шул тиклем ҡатмарлыраҡ.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Андрей Никитин төбәккә етәкселек итә башлағандан һуң, Новгород өлкәһе инвестициялар буйынса һиҙелерлек алға китеш күрһәтте.
«Уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе республика өсөн бик ҡыҙыҡлы. Төбәктәр араһында билдәле бер тауар әйләнеше, гуманитар хеҙмәттәшлек өсөн ҙур ҡеүәт бар. Шәхси мөнәсәбәттәр ҙә әһәмиәтле роль уйнай. Беҙ Андрей Сергеевич менән 10 йылдан ашыу бергә эшләйбеҙ, дуҫбыҙ. Беҙҙең хеҙмәттәшлектең киләсәге һәйбәт», — тине Башҡортостан етәксеһе.
Ҡул ҡуйыу тантанаһы башланырҙан алда ике төбәк етәкселәренең эшлекле осрашыуы уҙҙы. Иҡтисадта, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлештәре тикшерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика