05:33 (UTC+5), 25 Ғинуар 2019

Өфөлә 2019 йылдың 1 июленән йәмәғәт транспортында ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙе индереү күҙаллана

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 2019 йылдың 1 ғинуарына Өфөлә 150 йәмәғәт транспорты маршруты йөрөй. Был һанды уҙған йылдың октябрендә башланған транспорт реформаһы тамамланғанға тиклем 129-ға тиклем кәметеү күҙаллана. Баш ҡала хакимиәте урынбаҫары һәм транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе Андрей Федосов һүҙҙәренсә, ҡалала 116 автобус, 22 троллейбус һәм 12 трамвай маршруты ҡалырға тейеш.
«2019-2023 йылдарға планлаштырыу документы буйынса, Өфөлә көйләнеүсе тарифтар менән 66 маршрут эшләр, ә 37-һен көйләнмәгән итеп ҡалдырыу күҙаллана», — тип аңлатты Федосов.
Шулай уҡ республиканың баш ҡалаһы янында: Йылҡыбайға, Федоровкаға, Сағыу биҫтәһенә һәм башҡаларға туғыҙ яңы маршрут индереү ҡарала. Өфө властары 29 популяр булмаған һәм бер-береһен ҡабатлаған маршруттарҙы ябырға уйлай, шул иҫәптән дүрт трамвай һәм дүрт троллейбус маршрутын. Һуңғылары бөгөн йөрөмәй инде.
«2019 йылдың тәүге ярты йыллығында берҙәм транспорт картаһы һәм ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү системаһын индерергә кәрәк. Шулай уҡ 54-се федераль закон ағымдағы йылдың 1 июленән транспорт компанияларына контроль-касса техникаһын, банк һәм социаль карталарҙы файҙаланырға ҡуша», — тине Өфө мэрияһы башлығы урынбаҫары.
Өфөлә йәмәғәт транспорты реформаһы 2018 йылдың 15 октябрендә башланды. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн эшсе төркөм ойошторолдо.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика