11:37 (UTC+5), 24 Декабря 2018

Башҡортостанда ҡала автобустарының яңы дизайны һайланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда «Башавтотранс» автобустарының яңы дизайны һайланды.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы майҙансығында ҡала автобустарына төҫ һайлау буйынса тауыш биреү ойошторолдо. Унда 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Бөтәһе туғыҙ вариант ине, дизайн республика флагы төҫтәрен иҫәпкә алып, Мәскәү Генплан институты менән берлектә әҙерләнгән.
Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты башлығы Тимур Мөхәмәтйәнов һөйләүенсә, тауыш биреү йомғаҡтары буйынса автобустарҙы Башҡортостан флагы төҫөндә биҙәргә тәҡдим ителә.
Уның һүҙҙәренсә, 2019 йылдың аҙағына тиклем күсмә состав бер стилдә биҙәлгән булырға тейеш. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн төбәктә 2 550 берәмек транспорт пассажир ташый, шуларҙың 310-ы — «Башавтотранс», 2 050-һе — шәхси автобустар.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика