08:27 (UTC+5), 26 Ноябрь 2018

Өфөгә көньяҡ сығыу юлында Ағиҙел аша яңы күпер төҙөүгә 2,5 миллиард һум бүленә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Федераль юл агентлығы Башҡортостанға Өфөнән көньяҡ сығыу юлында Ағиҙел аша яңы күпер һалыу өсөн 2,5 миллиард һум аҡса бүлә. Был хаҡта халыҡ-ара транспорт форумы барышында «Росавтодор» етәксеһе Андрей Костюк менән осрашыуҙа һөйләшеп килешелде. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа һәм Өфө мэры Өлфәт Мостафинға тиҙ арала яңы күпер төҙөй башлау уңайынан кәрәкле процедураларға тотонорға ҡушты.
Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы «Росавтодор» етәксеһе менән осрашыуҙа Стәрлетамаҡты урап үткән участканы дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеп, Р-240 Өфө — Ырымбур автомобиль юлын төҙөкләндереү мәсьәләһе лә тикшерелеүен билдәләне.
«Был — Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ингән ҡеүәтле кластер. «Росавтодор» беҙгә ярҙам итергә әҙер, был мәсьәләне бергәләп өйрәнегеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлының яҙмышы әлегә асыҡ түгел. «Берлектә финанслауҙың роле ниндәй, уның менән нимә эшләргә кәрәклеген бергәләп аңлау зарур, әлегә был ҙур проблема», — тине Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/news/1242994-ufa-poluchit-2-5-mlrd-rubley-na-stroitelstvo-novogo-mosta-cherez-beluyu-na-yuzhnom-vyezde/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика