

«Былтыр Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеүҙе арттырыуға йүнәлтелгән федераль программаны индереү буйынса ете пилот төбәк иҫәбенә инде. Был йүнәлеш 2030 йылға тиклем республиканы социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһында билдәләнгән төп өҫтөнлөктәрҙең береһенә әүерелде, — тип белдерҙе төбәктә милли проектты бойомға ашырыу буйынса конференцияла Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков. – Маҡсатыбыҙ – хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инеү. Бының өсөн мөмкинлектәребеҙ бар».Башҡортостан бөгөн тулайым төбәк продукты күләме буйынса ил субъекттары араһында 10-сы урынды биләй, шуға күрә тәүге пилот төбәктәре иҫәбендә өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыуға индерелде.
«СТЕКЛОНиТ» һәм «ОЗНА» предприятиеларында проекттар уңышлы тамамланды. Республиканың ошо предприятиеларында етештереү циклы тиҙлеген ике тапҡырға арттырыуға, эш сәғәтенән тыш башҡарылған эштәрҙе бөтөрөүгә, операция-ара запастарҙы кәметеүгә өлгәшә алдыҡ, — тине Сергей Новиков. — Әле «БАСЭТ» һәм «Альтернатива» предприятиялары финал стадияһында. Башҡортостандың «Искож» һәм Grain предприятиеларында һаҡсыл етештереү технологиялары индерелә».
«Белем биреү ойошмаларын һәм әҙерлек йүнәлештәрен предприятиелар үҙҙәре билдәләне. Шуның менән бергә квалификацияны арттырыу һәм ҡабаттан әҙерләү йүнәлештәренең хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә туранан-тура йоғонтоһо төп шарт булып ҡала», — тине ул.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.