13:16 (UTC+5), 23 Октябрь 2018

Башҡортостанда яңыртылған энергия етештереү йылына 10% арта – Энергетика форумы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй энергетика форумы, шулай уҡ «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды.
Иҫәп буйынса 18-се форумдың эшендә илдең энергетика һәм сәнәғәт компаниялары, Рәсәйҙең 12 төбәгенән һәм донъяның алты иленән фән, бизнес вәкилдәре ҡатнаша.
«Мин импортты алмаштырыу өсөн яуаплымын, шуға бөгөн хөкүмәтебеҙ һәм эре дәүләт корпорациялары иғтибарын илебеҙ етештереүселәренә йүнәлтә, тип әйтә алам. Форумдың төп бурыстарының береһе етештереүселәрҙең Рәсәй корпорацияларында килешеүҙәр алыуына, аралашсыһыҙ бер-береһен табыуына ҡайтып ҡала, — тине Өфөләге Рәсәй энергетика форумында Дәүләт Думаһының Энергетика буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Ананских.
Альтернатив энергетиканы үҫтереү форумдың пленар ултырышының төп темаһы булды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, республика өсөн «яҡын арала электр энергетикаһында ниндәй йүнәлештәрҙең үҫешәсәген аңлау бик мөһим, сөнки был өлкә беҙҙең өсөн өҫтөнлөккә эйә».
Төбәктә, айырыуса Урал аръяғында энергия ҡеүәтенең етмәүе беренсе йыл ғына һиҙелмәй.
Былтыр Башҡортостанда 23,8 миллиард киловатт сәғәт етештерелгән, ҡулланыу 27,2 миллиард тәшкил иткән. Быйыл электр энергияһын файҙаланыу, бер йыл элек кеүек үк, йылдам темп менән бара.
«Республиканың 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы иҡтисади үҫеш темпын тиҙләтеүҙе күҙ уңында тота. Беҙҙең стратегияла тулайым төбәк продукты үҫешенең уртаса темпы 3,1 процент кимәлендә күҙаллана, — тип хәбәр итте Рөстәм Мәрҙәнов. — Әлбиттә, беҙҙә энергетиканың төрлө төрҙәре, шул иҫәптән яңыртылған энергия әүҙем үҫешә».
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең Киңлек үҫеше стратегияһы әҙерләнә. Башҡортостан үҙенең, шул иҫәптән энергетика комплексын үҫтереү йәһәтенән тәҡдимдәрен ебәргән.
«Улар араһында — беҙҙең республикала үҫтереүҙе талап иткән объекттар. Тәү сиратта был - Ҡарман электр станцияһын реконструкциялау. Тәҡдимдәребеҙ яңы объекттар төҙөүҙе лә күҙ уңында тота. Иң башта Түбәнге Һөйән гидроэлектростанцияһы. Әлегә беҙ ошо тәҡдимдәр иҫәпкә алынырмы, юҡмы икәнен белмәйбеҙ. Рәсәйҙең Киңлек үҫеше стратегияһын ағымдағы йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул итеү күҙаллана», — тип өҫтәне республика Хөкүмәте Премьер-министры.
Өфөлә Рәсәй энергетика форумы 26 октябргәсә эшләй.
1 из 10
http://www.bashinform.ru/news/1227867-v-ufe-nachal-rabotu-odin-iz-krupneyshikh-energeticheskikh-forumov-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика