09:40 (UTC+5), 19 Октября 2018

Өфөлә автобустарҙың 42% халыҡты законһыҙ рәүештә хеҙмәтләндерә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 18 октябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышында төбәктә яңы ғына ойошторолған транспорт мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эшсе төркөмдөң беренсе ултырышы уҙҙы. Атап әйткәндә, фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар был мәсьәләне Өфө миҫалында тикшерҙе.
Бөгөн өфөләрҙе 3000 тирәһе транспорт сараһы: 260 ҙур автобус («Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы), 80 трамвай, 110 троллейбус, 1400 бәләкәй класлы автобус (рәсми ташыусылар), 1300 берәмеккә яҡын транспорт (хакимиәттән лицензия алмаған һәм бойондороҡһоҙ ташыусылар ассоциацияһына ингән) хеҙмәтләндерә.
«Өфөлә дәүләт йәмәғәт транспорты автобустары – 14%, лицензиялы – 44%, ҡала халҡын рөхсәт документһыҙ хеҙмәтләндергән 42%», - тип асыҡлыҡ индерҙе ултырышта Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары һәм Транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе Андрей Федосов.
Өфө ҡала транспорт идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда пассажирҙар күләме киләһе рәүештә бүленә: 52 миллион кеше (20%) - дәүләт һәм муниципаль компаниялар, 111 миллион кеше (43%) - рәсми шәхси компаниялар һәм 95 миллион (37%) - лицензияһыҙ шәхси эшҡыуарҙар.
«Өфөгә көн һайын рөхсәт документы булмаған муниципаль-ара маршруттар буйынса эшләүсе 700-ләгән автобус инә», — тип билдәләне Федосов.
Алдағы өс көндә республика һәм ҡала властары «Транспорт картаһы»н баҫып сығарырға ниәтләй, уның буйынса республиканың бөтә йәмәғәт транспорты эшләйәсәк.
Башҡортостанда легаль булмаған ташыусылар мәсьәләһен 15 октябрҙә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күтәрҙе. Төбәк етәксеһе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә транспорт мәсьәләһен хәл итеүҙе талап итте. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев бойороғо буйынса эшсе төркөм ойошторолдо.
http://www.bashinform.ru/news/1225998-v-ufe-42-avtobusov-obsluzhivayut-naselenie-nelegalno/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика