12:16 (UTC+5), 19 Октября 2018

Башҡортостан Төркиәлә умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгрестың Гран-прийына лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн Төрөк Республикаһының Мугла провинцияһында умартасылыҡ һәм ҡарағай балы буйынса VI халыҡ-ара конгресс тамамланды. Рәсәйҙән унда Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ҡатнашты. Халыҡ-ара конгресс барышында үҙәктең генераль директоры Әмир Ишемғолов Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы менән таныштырҙы, 2021 йылда Өфөлә 47-се «Апимондия» конгресын уҙғарыуға әҙерлек хаҡында һөйләне. Ул, атап әйткәндә, республикала «Апимондия» халыҡ-ара конгресына барлыҡ тейешле инфраструктура: бал музейҙары, бал ауылдары, умарталыҡтар булдырырға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте. «Апимондия»ға әҙерлек умартасылыҡ объекттарын һәм уларҙың эргәһендәге биләмәләрҙе, шул иҫәптән юл буйындағы сервистарҙы, юлдарҙы, күрһәтеү майҙансыҡтарын төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, Мораҡ — Собханғол юлы капиталь ремонтлана һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә инә торған юлдар йыһазландырыла.
Конгресс барышында Төркиәнең Мугла провинцияһында түңәрәк өҫтәлдәр, ғилми-ғәмәли конференциялар, эш сессиялары уҙҙы. Уларҙа донъя умартасылары бал етештереү һәм уны һатыу, экологияның бал ҡорттарына йоғонто яһауы, балды етештереүҙе киңәйтеү, умартасылыҡтың ауыл хужалығы үҫтереүҙәге урыны һәм роле менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.
Сара йомғаҡтары буйынса Башҡортостан юғары наградаға — конгрестың Гран-прийына лайыҡ булды.
http://www.bashinform.ru/news/1226597-bashkiriya-udostoena-gran-pri-mezhdunarodnogo-kongressa-po-pchelovodstvu-v-turtsii/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика