07:29 (UTC+5), 16 Октября 2018

Өфөлә 19 октябргә легаль булмаған пассажир йөрөтөүселәргә ҡаршы көрәш планын әҙерләргә тейештәр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн, 16 октябрҙә, Өфө мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың баш ҡалаһы мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйенов үҙенең хеҙмәткәрҙәренән пассажир йөрөтөүселәр баҙарындағы хәлде яйға һалыу планын күрһәтеүҙе талап итте.
— Контроль органдары менән берлектә ҡалабыҙҙың йәмәғәт транспорты өлкәһендәге хәлде үҙгәртә алырлыҡ этаплы һәм аныҡ эш планын төҙөгөҙ, — тип белдерҙе Салауат Хөсәйенов.
Эш планы ошо йомаға, 19 октябргә әҙер булырға тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаманғаса легаль булмаған пассажир йөрөтөүселәр мәсьәләһен хәл итә алмаған мэрия чиновниктарының һәм тейешле ведомстволарҙың эшен ҡаты тәнҡитләне. Ул чиновниктарға 1 декабргә легаль булмаған автоташыусылар менән көрәшеү өсөн күрелгән саралар тураһында доклад әҙерләргә ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1224668-v-ufe-k-19-oktyabrya-dolzhny-razrabotat-plan-po-borbe-s-nelegalnymi-perevozchikami/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика