Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Июнь 2018, 09:00

Башҡортостан хужалыҡтары 1,9 мең гектар картуф ултыртҡан

БР Ауыл хужалығы министрлығы
БР Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республикала йәшелсә сәсеү һәм картуф ултыртыу дауам итә. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә республикала яҡынса 1,9 мең гектар картуф сәселгән, 825 гектар асыҡ тупраҡта йәшелсә сәселгән – планға ярашлы 80 һәм 62 процент.
21 район ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында картуф ултыртыу тамамланған.
Шул уҡ ваҡытта Өфө, Стәрлетамаҡ, Учалы һәм Мәләүез райондарына иң ҙур картуф майҙандары тура килә, тип билдәләнеләр аграр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1167451-khozyaystva-bashkirii-posadili-1-9-tysyachi-ga-kartofelya/
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: