Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.14
-0.32
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Май 2018, 10:00

Башҡортостан Башлығы Миәкә районы эшҡыуарҙары менән кооперативтарҙы үҫтереү һәм сауҙа селтәрҙәренә инеү мәсьәләләрен тикшерҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Миәкә районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитеттың эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашты.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар биләмәләрҙе төҙөкләндереү, ауыл хужалығын үҫтереү, уңайлы агроетештереү структураһын булдырыу мәсьәләләрен, агросәнәғәт комплексын төрлө субсидиялау механизмдарын тикшерҙе.
Федераль һәм республика кимәлендә ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы программалары хаҡында һүҙ йөрөткәндә, Рөстәм Хәмитов кооператив хәрәкәтен үҫтереү мөһимлеген айырым билдәләне.
- Беҙ кешеләр бергә эшләп, әҙер продукция сығарһын, уны һатыу менән шөғөлләнһен өсөн уларҙы берләштерергә теләйбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Республикабыҙҙа 600 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар, уларҙың һәр ҡайһыһында иң күбендә 300-400 мең һумға продукция етештерелә. Өс-биш ныҡлы хужалыҡты берләштергәндә, улар 1,5-2 миллион һум эшләй ала. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Нисек эшләйбеҙ, шундай һөҙөмтә алабыҙ.
Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Илдус Ғүмәров 2010 йылда фекерҙәштәр төркөмө менән бергә кооператив төҙөүе хаҡында һөйләне. Улар «Башҡортостандың баллы байлығы» исеме аҫтында бал һәм башҡа продукция сығара. Ул Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә һорау менән ҡуллана. Әммә ғәмәлдәге кооперативтарға ярҙам саралары умартасылыҡ йүнәлешендәге эштең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмай. Эшҡыуар уларҙы ҡайтанан ҡарау мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Миәкә балыҡ компанияһы генераль директоры Рауил Моратшин урындағы эшҡыуарҙарға Башҡортостанда эшләүсе ҙур сауҙа селтәрҙәрендә республика продукцияһы тәҡдим ителһен өсөн уларға инеү ҡыйынлыҡтары хаҡында һөйләне.
- Был элекке, үтә ауыр тема. Бер яҡтан, ошо селтәр етәкселәре беҙҙең продукцияны ҡабул итергә әҙер булыуҙары, махсус урын бүлеүҙәре, әммә тәьмин итеүселәрҙең йәнәһе лә кәрәкле сифат һәм тапшырма ритмлылығы менән тәьмин итә алмауы тураһында һөйләй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ул мәсьәлә республикала ғына түгел, бөтөн ил буйынса бар. Селтәрҙәрҙең баҫым яһауы – ғәйәт ҙур. Улар баҙарҙан беҙҙең етештереүселәрҙе ҡыҫырыҡлап сығара, бәләкәй магазиндар ябыла. Бөгөнгө көнгә ғәмәлдәге селтәрҙәр – иҡтисад үҫеше өсөн кәртә.
Эшҡыуарҙар менән осрашыуҙан һуң республика Башлығы федераль сауҙа селтәрҙәренең магазинына инде һәм урындағы продукция барлығы менән ҡыҙыҡһынды, әммә кәштәләрҙә улар булманы.
Төбәк етәксеһе әңгәмә барышында күтәрелгән дәүләт ярҙамы механизмдарын камиллаштырыу һәм республика тауарҙарын алға ебәреү темалары айырым кәңәшмәләрҙә, шул иҫәптән төбәк сауҙа селтәрҙәре вәкиллектәре етәкселәре ҡатнашлығында тикшереләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
http://www.bashinform.ru/news/1153780-glava-bashkortostana-obsudil-s-predprinimatelyami-miyakinskogo-rayona-razvitie-kooperativov-i-dostup/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: