05:45 (UTC+5), 28 Апрель 2018

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың профсоюздар активы менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы алдынан республиканың профсоюздар активы менән осрашты. Профсоюздарҙың предприятие етәкселеге менән үҙ-ара эшмәкәрлеге, хеҙмәт ҡануниәте үтәлеше мәсьәләләре тикшерелде.
- Хеҙмәт баҙарын үҫтереү, эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау, шул иҫәптән ваҡытында эш хаҡын түләү, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү, лайыҡлы һәм хәүефһеҙ эш шарттары булдырыу – был бөтә беҙҙең дөйөм ихтыяжыбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Республиканың иҡтисадта, социаль өлкәлә һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшеүендә, әлбиттә, профсоюздарҙың ҡаҙанышы ла бәләкәй түгел. Беҙҙә эшһеҙлек менән бәйле һорауҙар ҙа бөгөн элеккегә ҡарағанда яҡшыраҡ. Эш хаҡы үҫеше өлкәһендә динамика бар.
Башҡортостан уртаса эш хаҡы буйынса айына 30 мең һум сигенән уҙҙы, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Республика эш хаҡын иң түбән хеҙмәт хаҡы күләменә ҡарата арттырыу йәһәтенән федераль үҙәк билдәләгән бөтә шарттарҙы тәьмин итә. Атап әйткәндә, 1 майҙан иң түбән хеҙмәт хаҡы күләме йәшәү минимумына тиңләштерелә. Урал коэффициентын иҫәпкә алғанда Башҡортостанда был сумма 12 838 һум тәшкил итәсәк һәм ул 33 меңгә яҡын кешегә ҡағыласаҡ. Был маҡсатҡа бюджеттан 1,3 миллиард һум бүленгән.
Рәсәй Президентының майҙағы указдарында билдәләнгән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн эш хаҡы үҫеше буйынса маҡсатлы күрһәткестәр үтәлгән. 34 меңгә яҡын кешенең хеҙмәт мөнәсәбәттәре законлаштырылған. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында – икенсе һәм илдә етенсе урында тора.
Быйыл дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын дүрт процентҡа арттырыуға республика ҡаҙнаһынан 8,8 миллиард һум бүленгән. Ул 232 мең кешегә ҡағыласаҡ.
Президенттың майҙағы указдарына ярашлы хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы үҫешенең маҡсатлы күрһәткестәренә ирешеү өсөн 5 миллиард һумдан ашыу бүленгән. Ул мотлаҡ медицина страховкалау системаһында ҡатнашыусыларҙы иҫәпкә алмағанда яҡынса 100 мең кеше.
- Граждандарыбыҙҙың ихтыяждары ла, власть структураларынан, шул иҫәптән, әлбиттә, профсоюздарҙан көтөүҙәре лә үҫә. Беҙҙең граждандар ваҡытында эш хаҡын түләүҙе генә талап итмәй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Уларҙың уңайлы мөхиттә, төҙөкләндерелгән, уңайлыҡтары, һәйбәт инфраструктураһы, социаль шарттары булған ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәгеһе килә. Ул объектив процесс. Беҙ XXI быуатта йәшәйбеҙ. Беҙ шул ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Республиканың мөмкинлектәре бәләкәй түгел. Һис шикһеҙ, үҙебеҙгә алған йөкләмәләрҙе тулы күләмдә башҡарырбыҙ.
Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйенов республика предприятиеларында профсоюз инспекторҙары һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса вәкилдәр уҙғарған тикшереү һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне.
- Һеҙҙең бурыс – хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау. Профсоюздар был мәсьәләрҙә, бер һүҙһеҙ, төп ролде биләргә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Миңә бик күп яҙалар, йылына 12-14 мең мөрәжәғәт алам. Ул йыйылған кире потенциалдың ярайһы уҡ ҙур булыуы тураһында һөйләй. Ул иң тәүҙә эш менән бәйле: эш хаҡы, хеҙмәт шарттары, кешеләрҙе эштән ҡыуалар, уларҙың артабан йәшәргә мөмкинлектәре юҡ. Беҙгә кеше мәнфәғәтен яҡлаған профсоюздар кәрәк. Халыҡҡа тикшереүҙәр иҫәбе хаҡында һөйләһәк, улар беҙҙе аңламаясаҡ. Был абстракт әйберҙәр. Ысын эштәр бер аҙ башҡа йүнәлештә ята. Әйҙәгеҙ, шунан сығып эш итәйек.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса республика Хөкүмәтенә тейешле йөкләмәләр әҙерләнәсәк, ә тикшерелгән һорауҙар махсус кәңәшмәләр темаһы буласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1151513-rustem-khamitov-vstretilsya-s-profsoyuznym-aktivom-bashkortostana/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика