Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Декабрь 2017, 18:21

Владимир Путин Өфө журналисының төбәктәрҙең федераль ҡаҙнанан аҡса алыуы тураһында һорауға яуап бирҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, онлайн-трансляциянан скриншот
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, онлайн-трансляциянан скриншот
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөләге «Йәмәғәт электрон гәзите» вәкиле Станислав Шахов 13-сө матбуғат конференцияһында дәүләт башлығы Владимир Путинға һорау бирҙе.
— Федераль ҡаҙнанан аҡса алыу — һәр төбәкте борсоған мәсьәләләрҙең береһе. Шартлы итеп әйткәндә, Башҡортостан 10 миллиард күсерә, һуңынан күп һанлы делегациялар аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтарыу өсөн федераль министрлыҡтар буйлап йөрөй. Һалым реформаһын үткәреүҙе кәрәкле һәм ваҡытлы тип иҫәпләйһегеҙме? Ул саҡта төбәктәргә аҡса күберәк ҡалыр ине. Мәҫәлән, файҙалы ҡаҙылмалар табыуға 5 процент һалым. 2010 йылға тиклем һалым кодексында ошондай норма булды, ләкин ул алып ташланды. Был урындарҙа аҡсаны һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкинлек бирер ине.
Владимир Путин, Рәсәй президенты:
«Беҙ ошо ҡарарҙарҙы тикшерәбеҙ. Үткән аҙнала ғына ошо мәсьәләгә кире ҡайттыҡ: юл төҙөлөшө һәм төбәктәрҙең килеме буйынса ла. Төбәктәрҙең бурысын реструктуризациялау буйынса ҡарар ҡабул иттек.
Беҙ, кешеләр ҡайһы төбәктә генә көн итмәһен, улар яҡынса бер кимәлдә йәшәргә тейеш тигәндән сығып эш итәбеҙ. Был — бик ҡатмарлы эш, әлбиттә. Субъекттар төрлөсә үҫешкән, һәм бында аҙ бюджетлы төбәктәрҙең ғәйебе юҡ. Шуға күрә күп йылдар дауамында бюджеттарҙы тигеҙләү менән шөғөлләнәбеҙ. Тиҫтә йылдар буйына ҙур ресурстар һалынған төбәктәр үҙаллы түгел. Донор төбәктәрҙән (әле уларҙың һаны 12) Рәсәйҙең башҡа субъекттарына аҡсаны ҡабаттан бүлеү ғәҙел. Беҙ быны һаҡ ҡына, донор төбәктәрҙең үҙ иҡтисадын артабан үҫтереү теләген бөтөрөргә тырышмайынса ғына эшләйбеҙ.
Реструктуризациялауға килгәндә, әйтеп үткәнемсә, илдәге барлыҡ төбәктәрҙең дә тиерлек ете йылға кредит бурысы шарттарын үҙгәртергә хәл ителде. 5 процентҡа. Был төбәктәргә 430 миллиард һум күләмендә аҡса алырға мөмкинлек бирә. Улар финанс йәһәтенән һауыҡтырыуға һәм социаль, иҡтисади үҫешкә йүнәлтелергә тейеш. Бөтә төбәктәр ҙә, шул иҫәптән Новгород өлкәһе лә быны энтузиазм менән ҡабул итте. Бындай субъекттарға өҫтәм ярҙам күрһәтеү ҡаралған. Илебеҙҙә ошондай өс-дүрт төбәк бар.
Әлеге ҡарар ҡабул ителде. Коммерция банктарында Рәсәй төбәктәренә юғары процент менән кредит биреүҙе туҡтатырға кәрәк. Нимә күрәбеҙ? Дәүләттән түбән ставка менән кредит алыу мөмкинлеге лә бар бит. Юҡ, улай эшләмәйҙәр. Ни өсөн? Властар һәм коммерция банктары араһында килешеү бар. Коммерция банкы билдәле бер параметрҙар буйынса эшҡыуарлыҡ структураларына аҡса бирмәй. Төбәктәргә иһә ҡуш ҡуллап. Ни өсөн? Сөнки дәүләттең уларҙы тәьмин итерен белә. Аҡсаны еңел генә алалар, ә эҙемтәләре тураһында бөтөнләй уйланмайҙар. Сикләү индерергә кәрәк. Минең бер кем менән дә ошо хаҡта һөйләшкәнем юҡ ине. Беҙ быны эшләргә тейеш, тип уйлайым».
http://www.bashinform.ru/news/1093047-vladimir-putin-otvetil-na-vopros-zhurnalista-iz-ufy-o-poluchenii-regionami-deneg-iz-federalnogo-byud/
Читайте нас: