06:00 (UTC+5), 13 Декабрь 2017

Урман сәнәғәте комплексы Башҡортостан иҡтисадының үҫеш драйверы булыуы ихтимал - белгестәр

sdelanounas.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Кисә, 12 декабрҙә, Мәскәүҙә «ЛПК 360°» урман сәнәғәте комплексы форумы асылды. Унда республиканың Урман хужалығы һәм Сәнәғәт министрлыҡтары белгестәре, Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары әҙерләгән Башҡортостандың Урман сәнәғәтен үҫтереү стратегияһы менән таныштырҙылар. Ошо көндәрҙә Салауат районында уҙған Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса I Форумда белгестәрҙең береһе – Урал урман техник университеты ректоры Андрей Мехренцев стратегия менән таныштырып китте. Проекттың төп тезисы – иҫәпләнгән диләнкәне күберәк файҙаланыу һәм тәрән эшкәртеүҙе үҫтереү.
Сағыштырыу өсөн: иҫәпләнгән диләнкә Свердловск өлкәһендә (төбәктең майҙаны 194,8 мең квадрат метр) – 23 миллион кубометр; Литва һәм Латвияла (барлығы 130 мең квадрат метр) – 20 миллион кубометр. Башҡортостанда (майҙаны 143,6 мең квадрат метр) 9 миллион кубометр сеймал киҫергә мөмкин, әммә ысынында иһә күпкә аҙыраҡ әҙерләнә. «Эшкәртелмәгән ағас күләме йылдан-йыл арта бара, яна торған масса туплана», — тип билдәләне белгес. — Хәҙер республиканың урман сәнәғәте комплексы Волга буйы федераль округында дүртенсе урында тора. Әммә был ҡәнәғәтләнерлек урын түгел. Предприятиелар һәм уртаса йыллыҡ хеҙмәткәрҙәр һаны йыл һайын кәмей һәм ул үтә заманса «кешеһеҙ» технологияларҙы индереү менән бәйләнмәгән. Ҡыҙҡанысҡа ҡаршы, әле урман эшкәртеү өсөн сеймал әҙерләү инвестиция яғынан йәлеп итеүсе өлкә түгел, эшкәртеүгә инвесторҙар йәлеп итергә кәрәк».
Стратегия урман хужалығы һәм урман эшкәртеү өсөн яуаплы Урман хужалығы министрлығының һәм тышҡы, эске баҙарҙа ихтыяж менән ҡулланасаҡ сифатлы продукция алырға мөмкинлек биргән технологиялар индерергә тейеш Сәнәғәт министрлығының берләштерелгән эшен ойошторорға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Мехренцев. «Был йәһәттән республикала әҙерләүҙән алып юғары урман химияһы технологияларына саҡлы бөтә компетенциялар ҙа тәҡдим ителгән. «Үҙ» сеймалында эшләгән етештереү урындары бар. Мәҫәлән: Свердловск өлкәһендә «Кроношпан»ға тиң комбинат юҡ һәм ул ағас эшкәртеү күләмен тотҡарлай», — тип билдәләне белгес.
Фанералар һәм плиталар баҙары ҙур экспорт потенциалға эйә. «Иҡтисадтың урман секторы һәйбәт һалым керемен, таможня түләүҙәрен бирә ала. Йәғни ул үҫеш драйверы була алған ҙур синергетик ҡатлам. Әлегә Башҡортостанда урман хужалығы өлкәһенең килемлелеге фонд менән ҡулланыуҙан ингән түләүҙәрҙән тора. Был дөрөҫ түгел», — тип иҫәпләй белгес. — Әҙерләнгән стратегия урман хужалығында, урман менән идара итеүҙә заманса технологиялар индереүҙе өҫтөн итеп ҡуя. Республика көсөргәнешле урман менән ҡулланыу моделен индереү буйынса илдә һынау проекты булырға лайыҡ», — тип тамамланы Андрей Мехренцев.
http://www.bashinform.ru/news/1091801-lesopromyshlennyy-kompleks-mozhet-stat-drayverom-rosta-ekonomiki-bashkirii-eksperty/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика