Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
-2 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2017, 07:30

Республика йәрминкәләрендә ҡала халҡы 39 тонна йәшелсә һатып алған

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Уҙған ял көндәренә ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә, Октябрьскийҙа, Бөрөлә һәм Яңауылда үтте. Ҡала халҡы 39 тонна йәшелсә, уларҙан дөйөм 5,15 миллион һумлыҡ 15,5 тонна картуф, шулай уҡ 1,76 тонна бал һатып алған.
Өфөләге өс майҙансыҡтың 344 сауҙа нөктәһендә 15 район һатыу итте. Республиканың баш ҡалаһында 1,6 тонна бал, 10 тонна йәшелсә һәм 7,3 тонна картуф һатылған.
Бер килограмм балды уртаса 300-400 һумға алырға мөмкин булды, 1 килограмм картуф – 15-18, һуған – 15-20, кишер – 13-22, сөгөлдөр – 15-20, кәбеҫтә 13-25 һум торҙо.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: