ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов кооперация хәрәкәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса эшсе кәңәшмә уҙғарҙы. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, профилле ведомстволары етәкселәре, муниципалитет, фән, бизнес, сауҙа, шулай уҡ ауыл хужалығы кооперативтары вәкилдәре ҡатнашты.
- Кооперация ауыл ерендә мөһим мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итергә мөмкинлек бирә. Ул – ауыл халҡының мәшғүллеге һәм табышы, көслө яҡтарҙың берләшеүе һәм агрохужалыҡтарҙың килемлелеген күтәреү, дөйөм алғанда ауыл хужалығын нығытыу, бөтә кимәлдәге бюджеттарға өҫтәмә табыш сығанаҡтары, коллектив хужалыҡ алып барыу йолаларын тергеҙеү һәм башҡалар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Төрлө баһалар буйынса, кооперацияны үҫтереү тулайым төбәк продукты үҫешен ярайһы уҡ арттыра ала. Баһалар төрлө – 10-30 процент. 10 процент булһа ла – ул да алға табан ҙур аҙым. Әлбиттә, беҙ бындай мөмкинлекте иғтибарһыҙ ҡалдыра алмайбыҙ.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ауыл халҡына дәлилләп кооперацияның өҫтөнлөктәрен аңлатырға, урындарҙа уҡыуҙар уҙғарырға, ә ойошторолған кооперативтарға бухгалтерия һәм һалым иҫәбен алып барыу, әҙер продукцияны һатыу яғынан ярҙам итергә кәрәк.
- Теләһе ҡайһы кооператив һәр ваҡытта теләге, характеры булған, башҡалар уның артынан барған, ауыл биләмәһендә, районда, муниципалитетта белгән һәм танылыу яулаған, бөтә белгестәр ихтирам иткән инициативалы кешенән, лидерҙан башлана, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ә ундай кешеләр бөгөнгә бик аҙ. Урындарҙа күптәре әле һаман уларға Өфөнән килерҙәр, бөтә мәсьәләләрен хәл итерҙәр, ойошторорҙар һәм эшләрҙәр тип көтөп ултыра. Былай эш бармай. Кооперация, тәү сиратта, ауыл халҡының үҙенә кәрәк.
Кәңәшмә барышында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов республикала ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү һәм уға ярҙам итеү саралары хаҡында һөйләнеләр. Федоровка, Ҡариҙел, Кушнаренко һәм Баймаҡ райондарынан ғәмәлдәге ауыл хужалығы кооперативтары етәкселәре уңышлы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Ауыл халҡының фекеренсә, хатта башланғыс этапта ла кооперация «үҙеңә» эшләүҙең өҫтөнлөктәрен баһаларға мөмкинлек бирә – мәшғүллек, тотороҡло килем, ә иң мөһиме – аҡса эшләргә төньяҡ төбәктәргә бармайынса ла ғаиләң һәм яҡындарың менән даими бергә булыу мөмкинлеге.
Бөтә донъя банкы белгесе, ауыл хужалығы буйынса өлкән иҡтисадсы Артавазд Акопян аңлатыуынса, финанс яҡтан ярҙам – ул кооператив хәрәкәтте үҫтереү нигеҙҙәренең береһе генә. Методик һәм мәғлүмәти оҙатыу, шулай уҡ төбәктең дөйөм үҫеш кимәле мөһим әһәмиәткә эйә.
- Беҙ республиканың мөмкинлектәрен, уның бизнес-мөхитен, кооперацияны үҫтереү динамикаһын өйрәндек. Бында бөтә инфраструктура – яҡшы юлдар, инженер селтәрҙәре, интернет бар, – тип билдәләне ул. – Был заман кооперацияһы өсөн бик мөһим. Фермерҙар ысынбарлыҡ режимында продукцияға һәм төрлө хеҙмәттәргә хаҡтар тураһында мәғлүмәт белә, һөйләшеүҙәр алып бара ала. Ул кооперативтарҙың үҫешенә, баҙарҙа ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға ярайһы уҡ ярҙам итә.