03:58 (UTC+5), 04 Октября 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһын «Апимондия - 2021» конгресын уҙғарыу майҙансығы сифатында һайлау законлы – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөнө конгрестың баш ҡалаһы сифатында һайлау законлы, тип аңлатма бирҙе республика Башлығы 2021 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында «Апимондия» халыҡ-ара конгресын һәм «АпиЭКСПО» күргәҙмәһен уҙғарыу тураһындағы ҡарарға.
«Беҙҙәге кеүек башҡа бер ерҙә лә умартасылыҡҡа ҙур иғтибар бүленмәй. Ата-бабаларыбыҙҙың ҡырағай балды йыйыу – солоҡсолоҡ буйынса йолаларын һаҡлайбыҙ. «Башҡорт балы» тигән төшөнсә республикабыҙ өсөн ысын брендҡа һәм, һис шикһеҙ, юғары сифат билдәһенә әйләнде, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Конгресты Рәсәйҙә уҙғарыу умартасылыҡ тармағын үҫтереүгә яңы көс бирер, белгестәребеҙҙең тәжрибәһен байытыр тип ышанам. Шул уҡ ваҡытта ул «башҡорт балы» брендын бөтә донъяға танытырға, продуктыбыҙ өсөн яңы һатыу баҙарҙарын асырға мөмкинлек бирәсәк. Шуны өҫтәгем килә: ғаризабыҙҙың еңеүе йәнә бер тапҡыр Башҡортостандың баш ҡалаһы статусын халыҡ-ара конгресс үҙәге сифатында раҫлай. Бында ҙур халыҡ-ара саралар уҙғарыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. «Апимондия-2021» конгресының Рәсәйҙә иң юғары кимәлдә үтәсәгенә шикләнмәйем».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика