05:00 (UTC+5), 02 Октября 2017

Төркиәлә Өфөнө 2021 йылда 47-се «Апимондия» конгресын уҙғарыу хоҡуғына дәғүәсе сифатында таныштырҙылар

Башҡортостан Конгрес-бюроһының матбуғат хеҙмәте
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 30 сентябрҙә Истамбулда APIEXPO-2017 халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы конгресында 2021 йылда Өфөлә 47-се «Апимондия» конгресын һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен уҙғарыу хоҡуғына Рәсәйҙең ғаризаһы менән таныштырҙылар.
Ғариза менән Рәсәй милли умартасылар союзы президенты Арнольд Бутов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов һәм Башҡортостан министры Руслан Мирсаяпов таныштырҙы, тип аңлаттылар Башҡортостан Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәтендә.
«Бал – ул Башҡортостандың төп визит карточкаһы, бөтә илгә һәм бөтөн донъяға билдәле бренд, – тине үҙ сығышында вице-премьер Илшат Тажетдинов. – Башҡортостан тауар балын етештереү, бал ҡорто ғаиләләренең иҫәбе, ошо өлкәләге ғилми, мәғариф һәм педагогик эшмәкәрлек буйынса беренсе урынды биләй. Бал һәм башҡа умартасылыҡ продукттары нигеҙендә республикала 250-нән ашыу дауалау, аҙыҡ-түлек продукттары һәм косметик саралар сығарыла. Республикала үҙенсәлекле солоҡсолоҡ умартасылығы үҫешкән».
Рәсәй презентацияһынан тыш Истамбулда Сербияның, Словенияның һәм Данияның ғаризалары менән таныштырыу үтте.
2021 йылда Конгресты һәм күргәҙмәне уҙғарыусы Европа иле 3 октябрҙә билдәләнә.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика