01:52 (UTC+5), 15 Август 2017

Апимондия инспекторҙары Өфөнөң умартасылар конгресын уҙғарыуға әҙерлеген баһалаясаҡ

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанға «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы ағзалары килә. Сәфәрҙең маҡсаты – 2021 йылда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен уҙғарыуға Рәсәй Федерацияһының ғариза кампанияһы сиктәрендә Өфө инфраструктураһын тикшереү. Ошо хаҡта ветеринария.рф порталы хәбәр итә.
Делегация составында «Апимондия» халыҡ-ара федерацияһы президенты Филип Маккейб (Ирландия), Апимондия генераль секретары Рикардо Джаннони-Себастианини (Италия), шулай уҡ конкурс һәм күргәҙмә ойоштороу комитеты вәкилдәре. Рәсәй ғариза комитетын Рәсәй умартасылары милли союзы президенты Арнольд Бутов етәкләйәсәк.
Апимондия вәкилдәре 16 августа «Аҡбуҙат» ипподромында уҙасаҡ «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсының «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында абруйлы ҡунаҡтар буласаҡ. Тикшереү төркөмө конгресты асыу һәм күргәҙмәне уҙғарыу өсөн тәҡдим ителгән урындар, сарала ҡатнашыусыларҙы урынлаштырырға кәңәш ителгән отелдәр, форум ҡунаҡтары өсөн техник, туристик турҙар менән танышасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика