Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.19
+0.14
93.01
+0.5
67.14
+0.25
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июль 2017, 09:33

Бөгөн Өфөлә йәрминкәләр вакансияһы уҙа

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөн Өфөлә бөтә төр иҡтисади эшмәкәрлек һәм милек формаһындағы предприятиеларҙың вакансиялар йәрминкәһе була.
Тәҡдим ителәсәк эш урындары иҫәбендә администратор, бетон ҡойоусы, водитель, табиптар, инженер, кондуктор, кондитер, ҡыйыҡ ябыусы, ташсы, контролер, төҙөлөш һәм монтаж эштәре мастеры, шәфҡәт туташтары, менеджер, һауыт-һаба йыуыусы, биҙәүсе һәм плитәләр түшәүсе, уҡытыусы, балта оҫтаһы, һатыусы, автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесарь, йорт йыһазы ҡороусы, слесарь-сантехник, тракторсы, токарь, штукатур, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һәм электрик бар.
Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Улар араһында — хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация биреү.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем.
Читайте нас: