07:02 (UTC+5), 06 Июля 2017

Республика буйынса «Роспотребнадзор» эшҡыуарҙарҙы Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра

«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 13 июлдә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы республикала күләмле акция — «Эшҡыуарҙар өсөн асыҡ ишектәр көнө»н уҙғара.
Идаралыҡтан тыш, акция 12 территориаль бүлектә, шулай уҡ Республика күп функциялы үҙәгенең 13 филиалында ойошторола.
Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуарҙарға планлы һәм пландан тыш тикшереүҙәр үткәреү тәртибе, тикшереү барышында асыҡланған мотлаҡ талаптарҙы типик боҙоу осраҡтары хаҡында мәғлүмәт, шулай уҡ бизнес берләшмәһенең башҡа һорауҙарына яуап биреү ҡаралған.
Бынан тыш, 13 июлдә «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында 2017 йылдың тәүге ярты йыллығындағы хоҡуҡ ҡулланыу практикаһы һөҙөмтәләрен асыҡ тикшереү була.
Акция уҙасаҡ урындарҙы бында ҡарарға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика