05:44 (UTC+5), 23 Июнь 2017

Республика 2021 йылда Өфөлә «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар конгресын уҙғарыу хоҡуғы өсөн көрәшә

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй милли умартасылар союзы «Апимондия» бөтә донъя умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы Башҡарма комитетынан 47-се «Апимондия» халыҡ-ара конгресын һәм 2021 йылда «АпиЭКСПО» халыҡ-ара күргәҙмәһен уҙғарыуға Рәсәй Федерацияһы ғаризаһын теркәү тураһында рәсми хат алды.
Ошо ҙур сараны уҙғарыу урыны итеп Башҡортостан Республикаһы тәҡдим ителгән. Конгресты һәм күргәҙмәне ҡабул итеү хоҡуғына шулай уҡ Дания, Сербия һәм Словения көрәшә. Ошо хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй милли умартасылар союзы Апимондия Генераль Ассамблеяһына Рәсәй ғаризаһы менән таныштырасаҡ. Ул октябрь башында Истамбулда үтә. Шулай уҡ тауыш биреү барышында еңеүсе ил билдәләнәсәк.
«Рәсәйҙең ғариза комитеты тарафынан Апимондия Башҡарма комитетына тапшырыу өсөн документтар әҙерләү буйынса етди эш башҡарылды. Истамбулда дәғүәсе өсөн тауыш бирәсәк донъяның 84 иле умартасылыҡ берләшмәләренә ситтән тороп илебеҙ һәм республикабыҙ менән таныштырыу тора. Беҙ «Апимондия» ағзаларын 1971 йылда Мәскәү XXIII Апимондия конгресын уҙғарғандан һуң 50 йыл үткәс донъяның бөтә умартасылары өсөн ошо әһәмиәтле ваҡиға Рәсәйҙең баллы үҙәгендә – Башҡортостанда үтергә тейешлеген ышандырырға бурыслы», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан министры Руслан Мирсаяпов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика