06:28 (UTC+5), 05 Июнь 2017

Башҡортостандың 20 районында картуф һәм йәшелсә ултыртыу тамамланған

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республикала картуф һәм йәшелсә ултыртыу дауам итә. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, төбәктә 2 мең гектарҙан ашыу майҙанда картуф ултыртылған, был пландың 70 процентынан күберәк тәшкил итә. Әлегә асыҡ тупраҡтағы йәшелсәләр меңдән ашыу гектар ерҙе – пландың 80 процентын тиерлек биләй.
Хәҙерге ваҡытта республиканың 19 районы – картуф, 20-һе иһә асыҡ грунтта йәшелсә сәсеүҙе тамамлаған. Көйөргәҙе районы — картуф, Бүздәк һәм Кушнаренко райондары йәшелсәләр буйынса планды арттырып үтәгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, агросәнғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик планы 2017 йылға ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыуҙы күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, төбәктә 1,7 миллион тонна картуф һәм йәшелсә йыйып алыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика