Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.41
-0.01
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Май 2017, 14:39

Башҡортостан эшҡыуарҙарын «Төбәктәр — тотороҡло үҫеш» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан эшҡыуарҙарын «Төбәктәр — тотороҡло үҫеш» Бөтә Рәсәй инвестиция проекттары конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Проекттар 2017 йылдың 20 майына тиклем ҡабул ителә. Төбәктә конкурстың координаторы булып Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы сығыш яһай.
Бәйгенең маҡсаты — төбәктәрҙең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу һәм инвестиция проекттарын финанслауҙың яңы механизмдарын булдырыу. Һайлап алыу турына ғариза биргән һәм уны үткән эшҡыуарҙар өҫтөнлөккә эйә була. Улар араһында — оҙайлы кредитлау (15 йылға тиклем), шулай уҡ кредит буйынса түбәнәйтелгән процент ставкаһы һәм шәхси инвесторҙың аҡсаһын йәлеп итеү буйынса билдәләнгән ставка рәүешендә махсус финанслау шарттары.
Конкурста иҡтисади проблемаларҙы хәл итеүгә, төбәк халҡының йәшәү сифатын һәм субъекттың инвестиция мөхитен яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттар ҡатнаша ала. Улар финанс яҡтан тотороҡло бизнес-моделгә эйә проекттар булырға тейеш.
Бынан тыш, проект бюджетының 10 процентын ғариза биреүсе үҙ аҡсаһына тәьмин итергә бурыслы, тип билдәләнеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Тулыраҡ мәғлүмәт конкурстың рәсми сайтында бирелгән.
Читайте нас: