05:00 (UTC+5), 26 Апреля 2017

Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһенең рәсми һәм эшлекле даирәләренең осрашыуы уҙҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 25 апрелдә Силәбелә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский ике төбәктең рәсми һәм эшлекле даирә вәкилдәренең осрашыуында ҡатнашты. Сарала төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә йомғаҡ яһалды һәм алдағы осорға пландар тикшерелде.
- Төбәктәр араһында бәйләнештәр йылдам үҫешһен өсөн яңы саралар әҙерләргә кәрәк, – тине губернатор. – Хәҙерге хәл, ҡул ҡуйыласаҡ документтар, осрашыу һөҙөмтәләре буйынса ойоштороласаҡ саралар яҡшы күршеләрсә мөнәсәбәттәребеҙгә ниндәйҙер бер яңы этәргес көс бирәсәк.
Борис Дубровский республиканың ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышында туплаған тәжрибәһенең мөһимлеген билдәләне.
- Ошо мөнәсәбәттәр беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шул иҫәптән 2015 йылда ШОС саммиттарын уңышлы уҙғарыу тәжрибәһен өйрәнеү йәһәтенән дә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Беҙ 2020 йылда Силәбелә ШОС саммиттарын үткәреү хоҡуғына дәғүә итәбеҙ. Эш тәжрибәгеҙ беҙҙе дәртләндерә һәм уның ҡоралдарын, нисек ойоштороуығыҙҙы өйрәндек.
- Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе – элек-электән сәнәғәт төбәктәре. Был төбәктәр илебеҙҙең көс-ҡеүәте кимәлен сағылдыра, сөнки биләмәләрҙә ҙур предприятиелар эшләй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ысынлап та, Силәбе өлкәһе менән бер-беребеҙҙе уңышлы тулыландырып торабыҙ. Ошо үҙенсәлекле осраҡ беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерә.
Силәбе өлкәһенең иҡтисади үҫеш министры Сергей Смольников үҙ сығышында 2015-2016 йылдарҙағы төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә йомғаҡ яһаны һәм 2017-2019 йылдарға пландарҙы уҡып ишеттерҙе. Атап әйткәндә, сәнәғәт өлкәһендә таш эшкәртеү кластерын булдырыу, логистика үҙәге һәм Әшә районында «Башминералресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сауҙа йортон асыу, шулай уҡ «КВАНТ» геофизика кластеры һәм «ИВЕКО-АМТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү күҙаллана. Ауыл хужалығы өлкәһендә республикаға йәш мал килтереү, тоҡомло һарыҡтар һатып алыу, урындағы сауҙа селтәрҙәре менән үҙ-ара эшмәкәрлекте үҫтереү, республика биләмәһендә «Рәсәй һөтө» компаниялар төркөмөнөң эшкәртелмәгән һөт етештереү буйынса агрокомплекстарын төҙөү ҡарала.
«КВАНТ» геофизика кластерының координация советы рәйесе Владимир Лаптев Башҡортостанда тупраҡ ҡатламын һыу менән киҫеү ҡорамалдарын һәм технологияларын етештереүҙе үҫтереү хаҡында һөйләне. Импортты алмаштырыу өлкәһендәге ошо өҫтөнлөклө йүнәлеш газ һәм нефть, үтеп инеүе ауыр булған ҡатламдарҙан сеймал сығарыуҙы арттырыуға булышлыҡ итә.
Осрашыу барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский 2017-2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планына ҡул ҡуйҙы.
Шулай уҡ «КВАНТ» геофизика кластеры менән «ИВЕКО-АМТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында һатыу баҙарын киңәйтеү һәм яҡтарҙың ҡорамалдарын һатыу күләмен арттырыу маҡсатында хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында килешеү төҙөлдө.
- Был килешеүҙәр иң тәүҙә халҡыбыҙ өсөн файҙалы буласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошо документтарға исем өсөн генә түгел, ә яңы эш урындары, иҡтисадты үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килһен өсөн ҡул ҡуйыла.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика