02:03 (UTC+5), 19 Апрель 2017

Францияның сәнәғәт компаниялары Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. 18 апрелдә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Франция предприятиелары делегацияһы вәкилдәре менән осрашыуы барышында Башҡортостан һәм Франция араһында инвестиция хеҙмәттәшлеге перспективалары, республика биләмәһендә яңы етештереү урындары булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Уларҙың республикаға килеүен Франция-Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһының генераль директоры Павел Шинский етәкселегендәге палата ойошторҙо. Осрашыуҙа энергетика, нефть һәм газ сәнәғәте, приборҙар эшләү өлкәһендә эшләүсе компания вәкилдәре, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев ҡатнашты.
- Франция-Рәсәй сауҙа-сәнәғәт палатаһына Башҡортостан һәм Франция бизнесы араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр йәһәтенән күп эш башҡарыуҙары өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең тырышлығығыҙ һәйбәт һөҙөмтәләр бирә, уларҙың, һис шикһеҙ, тағы ла әһәмиәтлерәк булыуы мөмкин, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ике яҡлы хеҙмәттәшлектең бөгөнгө хәленә килгәндә, бик үк яҡшы булмаған заманалар кисереүебеҙҙе танырға кәрәк. Әлбиттә, был хәл беҙҙе лә, Франция яғын да ҡәнәғәтләндермәй. Һандарҙан сығып әйткәндә лә, күп нәмә өҫтөндә эшләргә кәрәк. Рәсәй һәм сит ил эшҡыуарҙарының эше өсөн уңайлы шарттар булдырыу – республика Хөкүмәтендә иң мөһим бурыстарҙың береһе. Франция предприятиелары менән яҡшы тәжрибә тупланған. Беҙ яуаплы эшҡыуарлыҡ менән эш итергә әҙер.
- Башҡортостан һәм Франция араһында татыу иҡтисади аралашыуҙы дауам итәбеҙ, – тип билдәләне Павел Шинский. – Бөгөнгө делегация ҡыҫҡартылған, тармаҡтарҙың бик аҙ өлөшө генә тәҡдим ителгән. Әммә былар республика өсөн бик мөһим тармаҡтар – электр, газ, нефть, эшкәртеү. Ул иһә һеҙ белгән һәм тәүгә ҡушылған компаниялар. Икенселәре Башҡортостан баҙарында улар өсөн ниндәй мөмкинлектәр барлығын ҡарарға килде. Беҙ ошо йылдарҙа булдырылған мөнәсәбәттәребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Шуға Франция компанияларынан илебеҙҙең ҡайһы ҡалаларында булырға теләүҙәрен һораһаҡ, Өфө һәр саҡ тәүге өс ҡала исемлегенә инә. Сөнки ике-өс йыл тикшерелгән проекттар йыш ҡына аныҡ эшкә барып етә.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса Азат Фазлыев Франциялағы коллегаларыбыҙҙың республика биләмәһенә бер төркөм етештереү урындарын тупларға әҙер булыуҙарын билдәләне.
- Энергетика, медицина хеҙмәттәре күрһәтеү өлкәһендә ҡыҙыҡлы проекттар яңғыраны, – тине ул. – Бөгөн Рәсәйҙә уңышлы эшләгән донъя лидерҙары ҡатнашты. Республикабыҙҙа булған мәсьәләрҙе хәл итеү өсөн төбәгебеҙгә ошо донъяуи компетенцияларҙы йәлеп итеү мөмкинлеге бар.
2016 йылда Башҡортостандың Франция менән тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 61,3 миллион доллар тәшкил итте. Шул сумманың 60 проценты (36,8 миллион доллары) – экспортҡа, 40 проценты (24,5 миллион доллар) импортҡа тура килә.
Башҡортостандан Францияға сығарылған продукциялар араһында – дизель яғыулығы (84 процент) һәм мазут (16 процент). Бер аҙ каучук, ағас күмере, быяла сүс экспортҡа ебәрелә. Төп импорт тауарҙары – машина һәм ҡорамалдар (50 процент), инсулин һәм шприцтар (32 процент), химия продукттары (10 процент) – катализаторҙар, пластмассанан, резинанан һәм металдан эшләнгән изделиелар, косметик әйберҙәр, шулай уҡ керамик изделиелар, икмәк һәм алкоголле продукциялар.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика