Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Апрель 2017, 16:48

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы кәңәшмәһендә ҡатнашты

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенконың Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы составына ингән 12 субъект етәкселәре менән осрашыуында ҡатнашты.
Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә дәүләт идара итеүен камиллаштырыу, һөҙөмтәлелеген баһалау, шулай уҡ инновациялы һәм сәнәғәт кластерҙары үҫешен әүҙемләштереү осрашыуҙың төп темалары булды. 2020 йылға Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы төбәктәрендәге кластерҙар алдында экспорт табышын арттырыу һәм йыл һайын 300 миллиард һумдан кәм булмаған шәхси инвестициялар йәлеп итеү, шулай уҡ экспорт йүнәлештәре буйынса 300-ҙән кәм булмаған яңы технологик компаниялар булдырыу бурысы тора.
Фекер алышыуҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау системаһын тикшереү һәм камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирелде. Сергей Кириенко ассоциацияға ошо системаны төбәк кимәлендә камиллаштырыу мәсьәләһе буйынса дөйөм ҡараш белдерергә, төбәктәрҙең иң яҡшы проекттарын анализлау һәм таратыу буйынса эшкә ҡушылырға тәҡдим итте.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар менән әңгәмәлә республиканың Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре араһында лайыҡлы урын биләүен билдәләне.
– Көслө, ҡеүәтле республика, үҫешкән сәнәғәт. Һис шикһеҙ, беҙҙә XX быуат сәнәғәте яғына ауышыу бар. Сәнәғәт етештереүен ойоштороу күҙлегенән әлегә беҙҙең биләмәлә XX быуат өҫтөнлөк итә. Беҙгә инновациялар өҫтөндә эшләргә кәрәк, әлбиттә, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Был процестар предприятиелар эсендә бара. Барыһы ла беҙ теләгәнсә тиҙ бармай. Бер нисә ҙур сәнәғәтсе заман талаптарынан артта ҡала. Ошо йәһәттән беҙ уларҙы ҡыуасаҡбыҙ, икенсе яҡтан, өҫтөнлөктәр, льготалар бирәсәкбеҙ. Икенсе етештереү мөхитен булдырыу беҙҙең өсөн бик мөһим.
Рөстәм Хәмитов федераль дәүләт власы органдарының инновациялар индереүгә иғтибар итеүен бик мөһим тип иҫәпләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре рейтингында етенсе урынды алды.
Республикала бәләкәй тоннажлы нефть химияһы кластеры (62 ҡатнашыусы), нефть химияһы территориаль кластеры (176 ҡатнашыусы), радиоэлектрон кластер (13 ҡатнашыусы), нефть-газ инжинирингы кластеры (41 ҡатнашыусы), «Квант» геофизика кластеры (38 ҡатнашыусы), биотехнология кластеры (22 ҡатнашыусы) эшләй.
Төбәктең юғары уҡыу йорттарында 50-нән ашыу инновациялы структура эшләй, иң ҙурҙары араһында – Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты технопарктары.
Читайте нас: